Әҙәби персонаж образын тикшереү

 

  1. Персонаждың портреты (тышҡы күренеше).Был күренеш һеҙҙә ниндәй тойғо уята? Портретта автор бигерәк тә ниндәй һыҙатҡа нығыраҡ иғтибар итә? Ул һыҙат геройҙы нисек ҡылыҡһырлай?
  2. Персонаждың телмәре.

Персонаждың башҡалар менән мөнәсәбәте. (Уның хаҡында кем нимә тей.Уны нисек ҡылыҡһырлай. Уға башҡаларҙың симпатияһы.Һүҙ барған персонаж үҙен башҡалар менән нисек тота. Шуларҙан ниндәй һығымта яһап була? )

3. Персонаждың йөрөш-торошо тураһында. (Һүҙе эшенә тап киләме?)

4. Персонажды уратып алған мөхит. (Ул кемдәрҙе үҙ итә, кемдәр менән аралаша, ул йәшәгән, эшләгән шарттар, интерьер, пейзаж һ.б)

5. Үҙенең персонажы тураһында автор нимә уйлай?

6. Тулайым алғанда персонажды образы беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа нисек һынлана?

7. Әҫәрҙең образдар системаһында һүҙ барған персонаждың урыны. Уның һынланышы әҫәр идеяһын асыуға ни тиклем ҡулай?

8. Персонаждың образы, тормош, кешеләр тураһында ниндәй уйҙар тыуҙыра?