Давлетшина Хадия ЛутфулловнаҺ. Дәүләтшинаның тормош юлы һәм ижады

 

Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина 1905 йылдың 21 февралендә (яңы стиль менән – 5 мартында) Һамар губернаһы Николай өйәҙе Имел олоҫоноң (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылы крәҫтиәне Лотфулла Ильясов ғаиләһендә тыуа.Һәҙиә зирәк, аҡыллы, теремек бала булып үҫә. Үҙенең бала сағын хәтерләгәндә яҙыусы бәләкәйҙән өләсәһенең тылсымлы әкиәттәрен йотлоғоп тыңлауын айырыуса йылы хистәр менән иҫкә ала.Оләсәһе уға Һомай ҡош тураһында таң ҡалдырырлыҡ әкиәт һөйләй. Илаһи бәхет ошо хаҡындағы хыялдар буласаҡ яҙыусының доньяға ҡарашына, уй-тойғоларына өр-яңы йүнәлеш бирә, уның күңелендә изгелек сатҡылары тоҡандыра, ярҙамсыл, мәрхәмәтле булыу теләген тыуҙыра. Һ. Дәүләтшина үҙенең был  сифаттарына ғүмер буйына тоғро булып ҡала. Замандаштары уны мөләйем, сабыр, тыйнаҡ, алсаҡ йөҙлө, тыныс тәбиғәтле, үтә лә һылыу итеп хәтерләйҙәр.

Һ. Дәүләтшина иң беренсе ауыл  мәҙрәсәһендә белем ала, ә инде Хәсән ауылы байы балаларын уҡытыу өсөн ҡаланан уҡытыусы ҡайтартҡас, уның янына белем алырға йөрөй. Артабан белемде мәктәптә ала.

1919 йылда атаһы үлеп китә. 1920 йылда үҙенән кесе туғандарын ҡарашыу өсөн Диңгеҙбай ауылына уҡытыусы итеп ебәрелә. 1921 йылдың аҙағында Һамар ҡалаһына китеп Башҡорт-татар педагогия техникумына уҡырға инә. 1922 йылда буласаҡ яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшингә кейәүгә сыға. Бер йылдан ирен Мәскәүгә, 1923 йылдың көҙөндә Өфөгә күсерәләр. Ғөбәй Дәүләтшин күп кенә юғары вазифалар, шул  иҫәптән республиканың Мәғариф министры бурысын атҡарып, ҙур дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре һәм бер үк ваҡытта башҡорт телен камил белгән талантлы яҙыусы булып таныла. Һәҙиә Дәүләтшина өсөн Өфөгә килеү, бөтәһенән дә бигерәк, башҡорт әҙәбиәте менән яҡындан танышыу, Д.Юлтый, А. Таһиров, М. Ғафури, Т. Йәнәби, Б. Ишемғол кеүек күренекле әҙиптәр менән аралашыу йәһәтенән әһәмиәтле була. Ошо осорҙа ул һаулығы насарайыуға ҡарамаҫтан, белем алыуын дауам итә: 1924-1925 йылдарға  бер йыл самаһы педагогия рабфагында уҡый. 1926 йылда “Башҡортостан йәштәре” гәзитенең 12 март һанында тәүге проза әҫәре- “Һылыуҡай- пионерка” тигән хикәйәһе баҫылып сыға.Уның артынса күләмле әҫәр –“Айбикә” исемле повесын тамамлап, 1930 йылда “Октябрь” журналында баҫыла. Был әҫәр Һ.Дәүләтшина ижадының ғына түгел, ғөмүмән,башҡорт әҙәбиәтенең һәйбәт бер ҡаҙанышы тип баһалана. Тәүге ҙур уңыш менән ҡанатланып, яҙыусы айырыуса дәрт, илһам менән ижад эшенә тотона, хикәйәләр,очерктар, публицистик мәҡәләләр яҙа. Был ижади күтәренкелек 1932 йылдан башлап Мәскәүҙә китап нәшриәттәре мөхәррирҙәрен әҙерләү институтында уҡығанда ла, унан ҡайтып, 1933-1935 йылдарҙа Баймаҡ районының Йылайыр совхозында урындағы гәзит редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгән осорҙа ла дауам итә.1934 йылда Һ.Дәүләтшинаға Башҡортостан яҙыусылары делегацияһы составында СССР яҙыусыларының I Бөтә Союз съезында ҡатнашыу насип була. Уға съезда бигерәк тә А.М. Горькийҙы күреү, атаҡлы һүҙ   оҫтаһының докладын тыңлау уғата көслө тәьҫир итә. Әҙибә был хаҡта ҙур тулҡынланыу менән “ул бер ваҡытта ла онотолмаҫ” тигән иҫтәлек яҙып ҡалдыра.

1934 йыл, 17 август, Мәскәү. Союздар йортоноң Колонналы залы. Залдың бөтөн түбәһен йөҙәрләгән ваҡ  ҡына электр лампалары менән биҙәлгән эре-эре  суҡлы люстралар ҡаплаған. Ошо люстраларан аҡҡан көмөш нурҙар залдың өс яғынан әйләндереп алған, иҙәндән түбәгә һуҙылған эре, йомро аҡ мәрмәр бағаналарҙа  сағылалар ҙа I Бөтә Союз яҙыусылары съезы делегаттарына һирпеләләр.

Бындағы бөтөн СССР-ҙың ғына түгел, бөтөн донъяның төрлө яҡтарынан әллә нисә төрлө милләттән йыйылған “ рух инженерҙары” ғәҙәттән тыш бер йәнле ынтылыш, өнһөҙ түҙемлек менән алға, сәхнәгә ҡарағандар...

         Cъезд, ысынлап та ул заманда илдең ижтимағи- мәҙәни тормошонда ғәйәт оло ваҡиғаға әйләнә, унан Һ.Дәүләтшина илһамланып, күңел күтәренкелеге менән ҡайта. 1935 йылда ул К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт  факультетына кереп, уның ике курсын  бик яҡшы билдәләр менән тамамлай. Талибә Һ. Дәүләтшина 1936 йылда Өфө ҡалаһы Ленин районы  Советына депутат, Советтарҙың ғәҙәттән тыш X Бөтөн Башҡортостан съезына делегат итеп һайлана. Шул уҡ йылда Минскиҙа СССР яҙыусыларының III пленумында ҡатнашыу әҙибәнең тормошонда дәрт- илһам бирерлек бер ваҡиға була. Был йылдарҙа белемен, әҙәби камиллығын арттырыу өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эшләй. 1935 йылда баҫылып сыҡҡан “Һырға һабағы”, “Ырғыҙ” романы итеп үҫтереләсәк “Ялҡынлы йылдар”, “ Партизан” исемле әҫәрҙәрен ижад итә. Билдәле әҙәбиәт белгесе Марат Минһажетдинов әйткәнсә, әҫәрҙә һүрәтләнгән граждандар һуғышы ваҡиғалары үҙҙәренә тиклемге дәүерҙән тыш тулыһынса аңлашылып бөтмәйҙәр. Яҙыусы әкренләп башҡорт халҡының граждандар һуғышында ҡатнашыуын тулы кәүҙәләндереү өсөн уның ерлеген, йәғни социаль-тарихи сәбәптәрен, рухи-әхлаҡи факторҙарын, тормошоноң үҙенсәлеген асып биреү кәрәклегенә төшөнә.

         1937 йылдың 20 ноябрендә Һәҙиә Дәүләтшинаны, йәнәһе, Ватанға хыянат итеүсенең ғаилә ағзаһы тип ғәйепләп ҡулға алалар һәм ул  НКВД-ның Айырым кәңәшмәһе ҡарары менән 5 йылға ҡулға алына. Ире Ғөбәй Дәүләтшин 1938 йылда нахаҡҡа үлем язаһына хөкөм ителә һәм атып үлтерелә. 1942 йылда ғына әҙибә тыуған яҡтарына ҡайтыу бәхетенә ирешә. Тәүҙә Стәрлетамаҡ, унан Өфө ҡалаларында йәшәй. Ҡулға алыныу сәбәпле бүленеп ҡалған романы өҫтөндә эшләүен дауам итә. Яҙыусы ижад өсөн төнгө ҡарауылда  үткәргән сәғәттәрен файҙалана. 1945 йылда ҡатыны үлеп ҡалған еҙнә тейешле кеше Зәйнулла Сафинға кейәүгә сыға. Тәүҙә Силәбе өлкәһенә күсәләр, аҙаҡ Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәйҙәр. 1951 йылда Бөрө ҡалаһына күсеп киләләр. 1945-1952 йылдарҙа һаулығы ҡаҡшай барыу сәбәпле, романы өҫтөндә эште ҡыҙыулата төшә. Романдың бер нисә вариантын яҙа. 15 йылға һуҙылған был бөйөк хеҙмәт тамамлана, ләкин Башҡортостан яҙыусылар союзының, “Әҙәби Башҡортостан” журналының ишектәрен күпме генә шаҡыһа ла иң ҡәҙерле әҫәренең үҙе иҫән саҡта баҫылып сыҡҡанын күрергә насип булмай.

         Һәҙиә Дәүләтшина 1954 йылдың 5 декабрендә, 50-се йәшендә, Башҡортостандың Бөрө ҡалаһында үпкә ауырыуынан вафат була. “Ырғыҙ” романын нәшриәттә баҫтырып сығарыу өсөн яҙыусының рухи ҡорҙашы, яҡташы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти әҙерләне. Әҫәр тәү башлап 1957 йылда донъя күрҙе, тиҙ арала башҡа телдәргә тәржемә ителде. 1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаға “Ырғыҙ” романы өсөн Башҡорт АССР-ның Салауат Юлаев премияһы бирелде.