Һүҙгә фонетик анализ яһау тәртибе

1.     Һүҙгә транскрипция яһарға

2.     Һүҙҙең баҫымын ҡуйырға; һүҙҙе ижектәргә бүлеп, уларҙы анализларға (баҫымлымы, баҫымһыҙмы, асыҡмы, ябыҡмы)

3.     Һүҙҙәге өн һәм хәреф һандарын билдәләргә

4.     Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәргә характеристика бирергә

Миҫал: яҡшы [яҡшы];1 ижек- ябыҡ, баҫымһыҙ;   2 ижек- асыҡ, баҫымлы; 5өн, ғ хәреф. Я хәрефе ике өндө белдерә.

я-[й]-  тартынҡы, ышҡыулы, талғын, тел уртаһы, яңғырау

[а]- һуҙынҡы, урта рәт һуҙынҡыһы, баҫымһыҙ

ҡ-[ҡ]- тарт, шартлаулы, тел арты, шаулы, парлы, һаңғырау.

ш-[ш]- тарт, тел алды, ышҡыулы, шаулы, парлы, һаңғырау

 

ы-[ы]- һуҙынҡы, урат рәт һуҙынҡыһы, иренләшмәгән, ҡалын, баҫымлы.

Һүҙ составы буйынса анализ яһау тәртибе

1.     Һүҙҙең тамырын, ялғауҙарын айырырға

2.     Ялғауҙың төрөн билдәләргә (һүҙ яһаусы, форма яһаусы, һүҙ үҙгәртеүсе)

3.     Һүҙҙең нигеҙен, тамырмы, ҡушмамы икәнен билдәләргә. Яһалма булһа, яһалыу юлын күрһәтергә (һүҙҙәрҙе ҡушыу, бәйләү, парлау, ҡабатлау, ҡыҫҡартыу)

Миҫал: Китапханасыға- 1) һүҙҙең тамыры: китап һәм хана; ялғауҙары: -сы,- ға

2) –сы- яһаусы ялғау; -ға-үҙгәртеүсе ялғау, төбәү килеш ялғауы;

 

3) һүҙҙең нигеҙе- китапханасы, ҡушма нигеҙ.

Һүҙ төркөмдәренә морфологик анализ яһау тәртибе

 

Исемдәргә морфологик анализ

1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.

2.     Яһалышы.

3.     Яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ исем.

4.     Килеше.

5.     Һаны.

6.     Заты.

7.     Хәбәрлек менән үҙгәрһә-хәбәрлек заты.

8.     Һөйләмдәге синтаксик фунцияһы.

Миҫал: Зәңгәр күк тажым, сыбар ер- тәхетем,

                 Үҙем- азат йән, аҡ ҡояш- бәхетем (Ш.Бабич)

Күк- исем, нимә һорауына яуап бирә, предметты аңлата, башланғыс формаһы-күк; яһалышы- тамыр исем; уртаҡлыҡ исем; төп килештә; берлектә, һөйләмдә эйә булып килгән.

 

Сифаттарға морфологик анализ

1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.

2.     Төп сифатмы, шартлымы.

3.     Сифаттың дәрәжәһе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу).

4.     Һөйләмдәге синтаксик функцияһы.

Миҫал: Яҙҙар етә, ана тамсы тама,

                 Йылы саҡтар килә яҡынлап. (Ш.Бабич)

Йылы- сифат, предметтың билдәһен белдерә; башланғыс формаһы- йылы; төп сифат (дәрәжә менән үҙгәрә ала); төп дәрәжәлә; һөйләмдә аныҡлаусы булып килгән.

 

Һандарға морфологик анализ

1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.

2.     Ябаймы, ҡушмамы.

3.     Төркөмсәһе (төп, тәртип, бүлем, йыйыу, сама, кәсер һандары)

4.     Әгәр һан исем урынында килһә, килеше

5.     Исем урынында килеп, эйәлек һәм хәбәрлек менән үҙгәрһә, затын күрһәтергә.

6.     Һөйләмдәге синтаксик функцияһы.

Миҫал: Дүртте икегә бүл.

Дүртте- башланғыс формаһы- дүрт, ябай, төп һан, исем урынына килгән, төбәү килештә, һөйләмдә тултырыусы булып килгән.

 

Алмаштарға мофологик анализ

1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.

2.     Төркөмсәһе (зат, күрһәтеү, һорау, билдәләү, билдәһеҙлек, юҡлыҡ, эйәлек).

3.     Исем урынында килһә, килеше.

4.     Заты (әгәр булһа)

5.     Һаны

6.     Һөйләмдәге синтаксик функцияһы.

Миҫал:  Һин (китап) йыуатҡыс, һин уятҡыс, һин минең ысын атам (Ш.Бабич).

Һин- алмаш, исемде алмаштырған, башланғыс формаһы- һин, төркөмсәһе- зат алмашы, төп килештә, 2- се зат, берлектә, һөйләмдә эйә булып килгән.

 

Ҡылымдарға морфологик анализ

1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.( тамыр- 2- се зат, берлектә, бойороҡ һөйкәлеше)

2.     Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма)

3.     Барлыҡтамы, юҡлыҡтамы)

4.     Һөйкәлеше (хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк)

5.     Төркөмсәһе (исем, сифат, уртаҡ, хәл ҡылымдар өсөн)

6.     Заманы (хәбәр һөйкәлешендәге һәм сифат ҡылымдар өсөн)

7.     Заты (хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк һөйкәлешендәге ҡылымдар өсөн)

8.     Һаны (хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк һөйкәлешендәге ҡылымдар өсөн)

9.     Формаһы (хәл ҡылымдар өсөн)

10.          Күсемлелеге, күсемһеҙлеге.

11.          Йүнәлеше (төп, ҡайтым, төшөм, уртаҡлыҡ, йөкмәтеү)

12.           Һөйләмдәге синтаксик функцияһы

Миҫал: Нурлы яҙ! Балҡый ҡояш...Аһ! Белмәйһегеҙ мин шатланам. (Ш.Бабич)

Балҡый- ҡылым, ни эшләй? Һорауына яуап бирә, эш- хәрәкәтте аңлата, башланғыс формаһы- балҡы, барлыҡта, хәбәр һөйкәлешендә, хәҙерге заман, 3- сө зат, берлектә, күсемһеҙ, төп йүнәлештә, һөйләмдә хәбәр булып килгән.

 

 

 

Рәүештәргә мофологик анализ

 

1.     Мәғәнәләре буйынса төркөмсәһе (төп, ваҡыт, урын, оҡшатыу- сағыштырыу, күләм- дәрәжә, сәбәп, маҡсат, рәүештәре)

2.     Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма)

3.     Дәрәжәһе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ)

4.     Һөйләмдәге синтаксик функцияһы.

Миҫал: Сыҡ, йәнем, төн зинданынан, күккә ос, йәмләп йәнә. (Ш.Бабич)

Йәнә- рәүеш, нисек? һорауына яуап бирә, мәғәнәһе буйынса- төп рәүеш, тамыр рәүеш, төп дәрәжәлә, һөйләмдә хәл булып килгән.

 

 

Теркәүестәргә морфологик анализ

1.Теркәүестең төркөмсәһен билдәләү: теҙеүме әллә эйәртеү теркәүесеме икәнен асыҡлау:

- теҙеү теркәүесе булһа, төркөмсәһен билдәләү (йыйыу, ҡаршы ҡуйыу, бүлеү, аныҡлау);

- эйәртеү теркәүесе булһа, төркөмсәһен билдәләү (шарт, сәбәп, һөҙөмтә, кирелек, оҡшатыу).

2. Составы буйынса төрө: ябаймы, ҡушмамы

Мәҫәлән: Күкте болоттар ҡапланы, ләкин ямғыр һибәләмәй

Ләкин- теҙеү, ҡаршы ҡуйыу теркәүесе, ябай.

 

Бәйләүестәргә морфологик анализ

1.     Телмәрҙәге функцияһы

2.     Бәйләүес төрҙәре

-         Төп йәки эйәлек килеш бәйләүестәре

-         Төбәү йәки төп килеште талап итеүсе бәйләүестәр

-         Сығанаҡ килеште талап итеүсе бәйләүестәр

Мәҫәлән: Таштуғайҡай елле туғай икән, сәскәләре ҡойола ел менән. (Халыҡ йырынан)

Менән- һүҙҙәрҙе бәйләү өсөн ҡулланылған, төп килештә торған ел исеменән һуң килгән.

 

Киҫәксәләргә морфологик анализ

Мәғәнәһе буйынса төркөмсәһен билдәләү (һорау, көсәйтеү, раҫлау, икеләнеү, сикләү)

Миҫал: Матурлыҡ туйҙа кәрәк, мөхәббәт көн дә кәрәк. (әйтем)

Дә- көсәйтеү- раҫлау киҫәксәһе.

 

Модаль һүҙҙәргә морфологик анализ

1.     Мәғәнәләре буйынса төрөн билдәләргә

2.     Предикатив модаль һүҙҙәрҙең синтаксик функцияһын асыҡларға.

Мәҫәлән: Батырға ла ял кәрәк .(Әйтем)

Кәрәк- эш- хәрәкәттең кәрәклеген белдергән модаль һүҙ; һөйләмдә хәбәр булып килгән.

 

Ымлыҡтарға морфологик анализ

Бирелгән мәғәнәһен билдәләргә.

Мәҫәлән:

1.     Их, рәхәт шыуа сана, юрта ат талғын ғына,

Яҡ- яғымда киң ялан йоҡлап ята тып- тын ғына.

Йырлай башлайым, шунда һалҡын ел иҫеп, йырҙы киҫә,

Ай, уҫал ел ҡырҙағы бар йәмде, бар моңдо киҫә. (Ш.Бабич)

2.     Аһ, бөгөн донъя кейенгән ҡыҙға оҡшап тәп- тәтәй,

Ҡыҙ булып баҫҡан тәбиғәт донъяға ап-аҡ тәпәй. (Ш.Бабич)

 

Их- ҡәнәғәт булыуҙы, рәхәтлекте, шатлыҡты белдерә;

Ай- асыуҙы, ҡәнәғәт булмауҙы белдерә;

 

Аһ- һоҡланыуҙы белдерә.