Олимпиадаға әҙерлек

Тел

Башҡорт теле- башҡорт халҡының милли теле. Башҡорт халҡының һөйләшеү теле, ул үҙ- ара аралашыу, фекер алышыу хеҙмәтен үтәй. Тел төшөнсәһе түбәндәге мәғәнәлә ҡулланыла: а)конкрет тел, этник төркөм теле (мәҫәлән-башҡорт халҡының аралашыу теле). б) тел аралашыу ваҡтында төрлө үҙенсәлекле төрҙәрен барлыҡҡа килтерә ( мәҫәлән: С.Агиш теле, ғилми тел, аралашыу теле)

Лексика-башҡорт телендәге бөтә һүҙҙәр йыйылмаһын өйрәнә. Башҡорт теленең һүҙлек байлығын өйрәнә. Һүҙлек байлығын фарсы теленән ингән, ғәрәп теленән ингән, рус теленән һәм рус теле аша башҡа Көнбайыш Европа илдәренән ингән һүҙҙәр тулыландыра. 

Ғәрәп теленән ингән һүҙҙәр дингә, сауҙаға, белмгә, уҡыуға ҡарай: алгебра, дин, файҙа, шағир, мәсьәлә, талап, алмас.

Фарсы теленән ингән һүҙҙәргә: үҙгәреш, яңылыш, сауҙа, көнкүреш әйберҙәр исемдәре инә: абруй, баҙар, таҫтамал, ҡағыҙ, көкөрт, гөл, диван.

Урыҫ теленән ингән һүҙҙәр 16- сы быуатта инә башлай, бураҙна, эшләпә, мүк, тәрилкә, торба, келәт, арыш, биҙрә, кәбеҫтә… Улар башҡорт теленең фонетикаһына яраҡлаштырылған.

Рус теле аша Европа илдәренән ингән һүҙҙәр үҙгәрешһеҙ ҡабул ителә: метр, слесарь, драма, планете, физика, география

Улар үҙләштерелгән һүҙҙәр тип атала. Телдә актив, пассив ҡулланышлы һүҙҙәр була. Актив ҡулланылышлы һүҙҙәр кешеләр телмәрендә йыш ҡулланыла, ә пассив һүҙҙәр һирәк ҡулланыла. Пассив Һүҙҙәргә: архаизмдар, историзмдар, неологизмдар, диалектизмдар, терминдар, прфессионализмдар инә.

Һүҙҙәр күп мәғәнәле һәм бер мәғәнәле була. Күсмә мәғәнәле һүҙҙәр осрай: биҙәк- 1.матурлыҡ өсөн төшөрөлгән биҙәк 2. Йәм, матурлыҡ биргән нәмә.

Синонимдар- мәғәнәләре бер төрлө, ә яҙылыштар төрлөсә булған һүҙҙәр: тиҙ, шәп, йәһәт, йылдам, йән- фарман; матур, сибәр, нәфис, гүзәл.

Антонимдар- ҡапма- ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр: аръяҡ- бирьяҡ, ҡыйын- рәхәт, тоҙло- тоҙһоҙ, шатлыҡ- ҡайғы.

Һүҙьяһалыш, орфография

Һүҙ тамыр менән ялғауҙан тора. Бала- лар, урман-дар, сәскә-ләр.

Ялғауҙар ике төрлө була: яһаусы- яңы мәғәнәле һүҙ яһай (урман- сы, бесән- лек, урман- лыҡ. Ҡайһы бер яһаусы ялғауҙар һүҙгә яңы биҙәк тә өҫтәй: мал- ҡай, бала- ҡай, ҡолон-саҡ, ал- һыу., үҙгәртеүсе- мәғәнәһен үҙгәртмәйсә, форма ғына үҙгәртә: төш-тә, бала-ны, бала- лар, китап- тар- ҙы.

Һүҙҙәр 3 төрлө була:тамыр, яһалма,ҡушма һүҙҙәр.

Тамыр: ел, йыр, ауыл, ағас

Яһалма: ауыл-даш, йыр- сы, ағас-лыҡ, ел-пеү- ес.

Ҡушма: аҡҡош, ашъяулыҡ, терегөмөш. Ҡушма һүҙҙәр ҡушыу (бишбармаҡ, өсаяҡ, Ағиҙел, аҡтамыр)- бергә яҙыла;парлау (туған-тыумаса, аҙыҡ- түлек, этә- төртә)-һыҙыҡса аша яҙыла; ҡабатлау(эре- эре, көлә- көлә)-һыҙыҡса аша яҙыла; бәйләү (Башҡортостан Республикаһы, Сибай драма театры..)- айырым яҙыла;һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу (РУНО, БР,БДУ)- бергә яҙыла

Морфология- һүҙҙең грамматик мәғәнәһен өйрәнә. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре-исем, ҡылым, алмаш, сифат,рәүеш,һан.Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүестәр, бәйләүес, оҡшатыу һүҙҙәре, ымлыҡтар, мөнәсәбәт һүҙҙәр.

Исем-төрлө предмет, күренеш, төшөнсә атамалары. Исем берлектә(өй, ағас, бала), күплектә( өйҙәр, ағастар, балалар)үҙгәрә.. Яңғыҙлыҡ исемдәр- Айһылыу, Мәскәү.., уртаҡлыҡ исемдәр- ай, урман, парта, ручка. Исем килеш менән үҙгәрә: төп- кем? Нимә?(өй, урман) Эйәлек- кемдең? Нимәнең?(өйҙөң, урмандың) Төбәү- кемгә? Нимәгә?(өйгә,урманға), төшөм- кемде? Нимәне?(өйҙө, урманды), урын- ваҡыт- кемдә? Нимәлә?(өйҙә, урманда),сығанаҡ- кемдән? Нимәнән?(өйҙән, урмандан). Исемдең эйәлек заты- әсәйем, әсәйең, әсәйегеҙ, әсәһе. Исемдең хәбәрлек заты- апаймын, апайбыҙ, апайһығыҙ.

Сифат- предметтың билдәһен белдерә.Ул тамыр( аҡ, бәләкәй, ҙур), яһалма (аң-лы, белем-ле, сереү- серек, ете- етеле, тарих- тарихсы), ҡушма-( аҡлы- ҡаралы, тәмле- татлы, һылыу- һылыу). Дәрәжәләре: төп (аҡ, ҡыҙыл, йәшел), артыҡлыҡ (ап- аҡ, ҡып- ҡыҙыл, йәм- йәшел), аҙһытыу( аҡһыл, йәшкелт, ҡыҙғылт),сағыштырыу(ағыраҡ, ҡыҙылыраҡ, йәшелерәк).

Ҡылым-заттың, предметтың эшен, хәрәкәтен, трошон, һәләтен, күренешен белдерә.Үҙгәрә заманда:хәҙерге заман(бара, ҡайта, эшләй), үткән(барған, ҡайтҡан, эшләгән), киләсәк(барыр, ҡайтыр, эшләр). Ҡылым һөйкәлештәре:бойороҡ(әйт, әйтһен, әйтмәгеҙ, әйтһендәр), хәбәр(әйтәм, әйтәсәк, әйтер ине), шарт (әйтһәм, әйтһәң, әйтһә), теләк (әйтәйек, әйтмәксе булам). Ҡылым төркөмсәләре(затһыҙ ҡылымдар): Исем ҡылым (башлау, эшләү, төрөү, уҡыу), Сифат ҡылым( барыр, әйткән, йырлаған,уыясаҡ, барыусы, әйтер, күрәсәк, күрер), Уртаҡ ҡылым (барырға, уҡырға, килергә, килмәҫкә, уҡымаҫҡа), Хәл ҡылым( барып, килеп, булғас, булмағас, булғансы, ҡайтҡансы). Ҡылым йүнәлештәре:төп (яҙа, ашай, йоҡлай), ҡайтым( йыуын, йыуынды, эшләнде, кейен- кейенде), төшөм( һалынған, эшләнгән, барылған) йөкмәтеү( ҡарат, эшләт, эшләттер, яҙҙыр, яңыр, ашыр), уртаҡлыҡ ( алышырға, эшләшергә, тотошорға)

Һан-предметтың иҫәбен, уның һаналыу тәртибен белдерә. Б-ленә: ябай һандар(бер ике, биш, ун), ҡушма һандар ( ике мең, биш йөҙ, алтмыш ике). Һан төркөмсәләре: төп(ике йорт, биш алма), рәт һандары( беренсе, өсөнсө, алтынсы), бүлем һандары( берешәр, икешәр, алтышар), сама һандары( алты-етеләгән, биш- алты, йөҙҙәрсә) йыйыу һандары( берәү, икәү, өсәү), үлсәү һандары( алтылы калуш, унлы лампа,) кәсер һандары( дүрт бөтө икенән бер, бер бөтөн ундан биш).Нумератив һүҙҙәр- үҙенсәлекле үлсәү берәмеге- бер ҡосаҡ, бер көтөү, өйөм, төргәк, йотом, тамсы, баш, килограмм.. Дөрөҫ яҙылышы: биш – алты, өс- дүрт, 1 ғинуар, 1999 йыл, 1- се , 6- шар, 30-40- лап, 1676-1678-тйылдар, 1995/1996 йылдар, “Москвич- 412”.

Алмаш- исемде, һанды, рәүеште телмәрҙә алмаштырып йөрөүсе һүҙ төркөмө. Төркөмсәләре: зат(мин, һин, ул, беҙ, һеҙ, улар), эйәлек(минең, һинең, уларҙың, беҙҙең..)күрһәтеү (был, ошо, теге, ул, анау) һорау( кем, нисә, күпме, ҡасан..), билдәләү ( һәр кем, һәр нимәә, бөтә, бөтәһе лә), билдәһеҙлек( әллә, әлллә кем, әллә ҡасан, теләһә ниндәй), юҡлыҡ( һис, һис кем, һис ни, бер кем дә).

Рәүеш- эш-хәрәкәттең билдәһен белдереүсе һүҙ.Төркөмсәләре:төп(йәйәү, алмаш, аҡсалата,шәп, яй, әкрен), ваҡыт( кисә, бая, иртәгә, тиҙҙән), урын( алыҫ, яҡын, аҙаҡ, яҙын), оҡшашлыҡ( уларса, йәштәрсә, беҙҙеңсә), күләм-дәрәжә( бер аҙ,әҙ-мәҙ, бөтөнләй, яртылаш), сәбәп- маҡсат( бушҡа, юҡҡа, юрый, әрәмгә). Дәрәжәләре: сағыштырыу(шәберәк, әкренерәк), артыҡлыҡ(бик шәп, үтә шәп, ғәжәп матур)

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре

Теркәүес- һөйләм киҫктәрен йә ябай һөйләмдәрҙе бер ҡушма итеп теркәүсе ярҙамсы һүҙ. Ябай (әммә, ләкин, йәғни, шуға, тимәк), ҡушма (әгәр ҙә, шулай уҡ, шуның өсөн) теркәүестәр була. Теҙеү (да-дә, та-тә, ла-лә-йыйыу теркәүесе, ә, тик, шулай ҙа, фәҡәт- ҡаршы ҡуйыу, йә, йәки, йәиһә, әллә- бүлеү, хатта, бәлки- аныҡлау) һәм эйәртеү(сөнки, шулай булғас, шуның һөҙөмтәһендә) теркәүестәре була.

Бәйләүес- эйәреүсе һүҙҙе эйәртеүсе һүҙгә, эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләй. 3 төркөмгә бүленә:исемдәрҙең төп килештә, алмаштарҙың эйәлек килештә тороуын талап итеүсе( менән, өсөн, кеүек, айҡанлы, буйынса), төбәү килештә килгән исемдәр менән ҡулланылыусы(күрә, хәтле, саҡлы, ҡарамаҫтан, ҡаршы), исемдәрҙең сығанаҡ килеш менән ҡулланылыусы(һуң, башҡа, тыш, башлап, ҡала).

Киҫәксәләр- һөйләм киҫәктәренә һәм һөйләмдәргә төрлө мәғәнә төҫмөрләнеше буреү өсөн ҡулланыла. Төркөмсәләре: һорау(-мы,-ме,-мо, ме ни, -микән), көсәйтеү(бик, ифрат, бигерәк, ап-, иң, иллә)раҫлау( әле, бит, инде, тағы) үтенеү( -сы,-се, -со, һана,-һәнә) инҡар итеүҙе( түгел, һис), сикләү(ҡына, кенә, тик, иһә), билдәләү( тап, нәҡ, хас), икеләнеү( дыр, дер, тыр, тер, тор)

Мөнәсәбәт һүҙҙәр- уй-фекергә ҡарата төрлө мөнәсәбәтен белдерә. (мәҫәлән, ихтимал, моғайын, исмаһам, ҡыҫҡаһы)

Ымлыҡтар- тойғоларҙы, күренештәрҙе, тауыштарҙы аңлатҡан һүҙҙәр( бәй-бәй, ай- һай, жыу, селтер- селтер, их, ах, һи,сәт- сәт)