Әҙәбиәт буйынса белешмә

Мостай Кәрим(1919-2005)Шишмә районы Келәш ауылы. С.Юлаев премияһы лауреаты(1967), Халыҡ шағиры(1963),Станиславский исемендәге РСФСР премияһы, СССР дәүләт премияһы, Г-Х.Андерсен исемендәге почетлы диплом бирелде, Социалистик Хеҙмәт Геройы.Шағир, драматург, прозаик,. Һуғыш темаһына яҙылған шиғырҙары: Төрөпкә,Мин фронтҡа китәм иптәштәр,Һалдат, Ямғыр, Сит уттар..Лирик шиғырҙары: Таш өҫтәндәге гөлдәр,Һаумы тиҙәр гөлдәр, Уйҙар, Дуҫыма, Вәғәҙәләр бирмә. Йылмайыу әкиәте темаһы- ил хакимдары.Ҡара һыуҙар- һуғыш темаһы. Уның ҡара яҡтарын һүрәтләй. Ҡурҡаҡ бер кешенең кәләше авторға уның тураһында һорашырға килә.Оҙон- оҙаҡ бала саҡ- повесть. Бала саҡ темаһы Шәхес тәрбиәләү мәсьәләһе күтәрелә.Төп геройҙар:Оо инәй, Кендек, Хәмитйән, Әсғәт, Кесе инәй, Аҡйондоҙ, Шәһиҙулла, Ибрай.Ай тотолған төндә- трагедия.Шәхестең азатлығы идеяһы күтәрелә.. Халыҡ йолалары, ғөрөф- ғәҙәттәре һүрәтләнә.Ошо йолаларға ҡаршы сыҡҡан кешеләр һәләкәте һүрәтләнә. Төп геройҙар- Аҡйегет, Тәңкәбикә, Зөбәржәт,Диуана, Дәрүиш,Шәфәҡ,Ишмырҙа. Ташлама утты, Прометей- трагедия. Идеяһы- кешенең азат ителеүе, рухи иреклек. Төп геройҙар- Прометей, Агазия, Әҙәмшаһ, Нишаналар, төрлө йәмһеҙ кешеләр.

Рәми Ғарипов (1932-1977) Салауат Районы Арҡауыл ауылы. Башҡортостандың халыҡ шағиры,С.Юлаев премияһы лауреаты.Шиғырҙары- Йырҙарыма ҡайтам, Алғы һыҙыҡ,Тормош, Бәхет,Киләсәк,Урал йөрәге, Салауат Батыр, Уйҙарым(ҡобайыр), Аманат(ҡобайыр). Табыныу-поэма. Хаҡлыҡ, хаҡһыҙлыҡ, яҡшылыҡ, яуызлыҡ темаһын күтәрә. Кемгә ышанырға? Дон- Кихот- монолог. Идеяһы-хаҡлыҡ, дөрөҫлөк. Хаҡлыҡты даулаусы кешеләр булғанда ғына тормош дауам итер, ғәҙеллек булыр.Батырша- баллада рәүешендәге шиғыр. Идеяһы- рух батырлығы, азатлыҡ өсөн көрәш, еңеүгә ышаныс.Интегралдар поэмаһы- поэма. Йыһан, шәхес, рух, мөхәббәт хисе, ер шары интегралдар, кәсерҙәр фонына күсеп һүрәтләнә. Фәлсәфәүи шиғыр.

Әхиәр Хәкимов-(1929-2003)- Дәүләкән районы, Яңы Йәнбәк ауылы. Халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев премияһы лауреаты.Романдары- Һауыр ҡумта, Ҡуштирәк, Ҡош юлы, Өйөрмә, Дауылдан ҡотолоу юҡ, Думбыра сыңы. Повестары-Гөлбикә,Туй, Бәйге, Күпер, Аҡһаҡ бүре.

Өйөрмә- шәхес культы темаһына яҙылған роман.Халыҡтың аҡыллы кешеләренең юҡҡа сығарылыу фажиғәһе һүрәтләнә.Төп геройҙар- Зөфәр Богданов, Хәҙисә Барласовна, Искәндәр Шәрәй,Маһипәрүәз, Фәриҙә. Нахаҡ ғәйепләүҙәргә түҙер хәле ҡалмағас Ҡыҙыл комиссар, граждандар һуғышында ҡатнашҡан, саф йөрәкле коммунист Хәҙисә атылып үлә.

Бәйге-повесть. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан геройҙарға арналған. Төп геройҙар- Йәғәфәр, уның аты Ыласын. Тормош үҙе бәйге. Маҡсатың, теләгең- үҙе бәйге.

Ғ.Хөсәйенов (1928) Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылы. Халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев премияһы лауреаты. Башҡорт Әҙәбиәте тарихын өйрәнеүсе ғалим, әҙәби тәнҡитсе,әҙәбиәт белгесе, әҙип.

Тормош- парса. Тормош, донъя, йәшәү, үлем, тәбиғәт, йәмғиәт, фән, әҙәбиәт тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙар тупланған яҙма.

Рудасы Исмәғил Тасим улы-повесть. Халҡыбыҙҙың атаҡлы улы, Тарихи шәхес Исмәғил Тасимов һүрәтләнә. Тарихи документтар ерлегендә яҙыла.

Ҡанлы илле биш- роман. 1755 йылдағы ихтилал, Батырша тураһында тарихи- документаль әҫәр. Төп геройҙар- Кириллов,Татищев,Туйгилде.

Рауил Бикбаев-(1938)- Башҡортостан халыҡ шағиры, С.Юлаев премияһы лауреаты.Ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, прфессор, филология фәндәре кандидаты. Һыуһаным һыуҙар бирегеҙ- поэма. Тема- экология, әхлаҡ, әҙәп. Идея- тәбиғи байлыҡтарҙы һаҡлау, сафлыҡҡа, кешелелеккә, азатлыҡҡа өндәү.

Ете быуыным- шиғыр.Идея - быуындар сылбыры өҙөлмәһен. Салауат ҡылысы- шиғыр.Салауат батырҙы оноторға ярамай- идея. Бөрйән ҡарағайы- шиғыр. Тема- экология. Идея- тәбиғәтте һаҡлау.

Ноғман Мусин (1931) Ишембай районы Ҡолғона ауылы- Башҡортостан халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев премияһы лауреаты. Ижадының төп темаһы- экология, тәбиғәтте һаҡлау, рухи ныҡлыҡ, кешелеклек.Ауылым юлы- повесть. Тема- ауыл тормошо.Мәңгелек урман-(дилогия) роман. Төп геойҙары- Төлкөсура, Сажидә,Рәхилә,Уйылдан, Тема- урман. Проблема- урманды һаҡлау, кшелеклек сифаттарын һаҡлау.

Азат Абдуллин(1931)- Ейәнсура районы Үрген ауылы.-драматург.Әҫәрҙәре- Онотма мине ҡояш(Сергей Чекмарев тураһында)- пьеса, Аҡ һөт, Ҡыҙыл ысыҡ-повесы,Ун өсөнсө председатель- пьеса, драма. Тема- ауыл, колхоз тормошо. Проблема-хеҙмәт ресурстарын дөрөҫ ҡулланыу, кешеләрҙе мул тормошҡа сығарыу,. Төп геройҙар- Рахманов, Ҡәҙриә, Яҡупов, Сәғәҙиев,Харисова,Улин,Хәлиҙә.

Рәшит Солтангәрәев-(1935-2000)- Көйөргәҙе районы, Таймаҫ ауылы. С.Юлаев премияһы лауреаты.Прозаик, журналист. Хикәйәләре- Хамбал,Тыуған йорт,Орден, Орден.Пове стары- Йылы ямғыр, Аҡ умырзая, Таш болан, Тау,Осто бөркөт. Романдары- Беҙ йәшәгән ер, Хамбал- хикәйә. Ауыл тормошо һүрәтләнә. Ғәҙеллек, хеҙмәт, ҡаһарманлыҡ, рухи ынтылыш проблемалары күтәрелә. Төп герой- Хамбал,Нурулла, Байбулат,Хаммат,Йәмилә.

Ҡиәмәтлек кейәү- ауыл тормошо. Кешелеклек, ярҙамсылыҡ, проблемаһы күтәрелә.

Денис Бүләков (1944-1995)- Мәләүез районы Арыҫлан ауылы.Прозаик, журналист, С.Юлаев премияһы лауреаты. Хикәйәләре- Ҡояш ярсығы, Ауылымдың аҡ өйҙәре,Һары һандуғас балалары, Ҡыңғырау сәскә. Повестары-Упҡын ситендә бейеү,Романдары- Килмешәк, Ғүмер бер генә. Килмешәк- роман. Тема- производство романы. Етәкселеккә төрлө ҡараш, ер һөнәренә, кешеләргә ҡараш һүрәтләнә. Төп геройҙар- колхоз рәйесе- Ғилман Нуриханов, агроном.”килмешәк” Хәйрулла Яубаҫаров, Харис,Яппаров.Ғилман менән Хәйрулла бер туған булып сығалар, фамилиялары ла ике төрлө, характерҙары ла оҡшаш түгел, сөнки икеһе ике мөхиттә тәрбиәлнергә мәжбүр. Һуғыш ваҡытында бер- береһен юғалта улар.

Ғүмер бер генә- роман.Депутат һайлау мажаралары, енәйәтселек элементтары һүрәтләнә.Экология, социаль ғәҙеллек, милләт яҙмышы проблемалары күтәрелә. Төп геройҙар- Бәҙерғолов, врач Ҡаҙнабаев,хирург Арынбаҫаров, врач Насиров,Гөлщан, Илғужа,

Хәсән Назар- (1942)- Ейәнсура районы Таулыҡай ауылы. Журналист, шағир. С.Юлаев премияһы лауреаты.Шиғырҙары- Сәңгелдәк, Таулыҡай,Ауылыма,Тау шишмәһе, Тауҙар, ӘсәйемАтай тауышы Поэма- Шәмсыраҡ.Тема- тыуған яҡ. Идеяһы- үткәндәрҙе оноторға ярамай.