Үҙе тере саҡтан уҡ халыҡ күңеленең, заманының бөйөк улы булып танылған мәшһүр шағир Мифтахетдин Аҡмулла башҡорт әҙәбиәте тарихында иң яҡты биттәрҙе тәшкил итерҙәй мираҫ ҡалдырҙы.

Дөйөм уяныу, башҡорт халкының милләт булып формалашыу дәүерендә әҙәбиәткә килеп, ул исемдәре легендаға әйләнгән атаҡлы сәсәндәрҙең, башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәтенең быуаттар төпкөлөнән килгән гүзәл традицияларын яңы шарттарҙа дауам иттерҙе, яҡтылыкты, ғәҙеллекте, батырлыҡты, азатлыҡты данланы, яңырыу, мәғрифәтселек идеяларын арымай-талмай пропагандаланы.

Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов (Аҡмулла) 12-се Башкорт кантоны Күл иле Мең олосо Туҡһанбай ауылында (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районына ҡарай) аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫә. Күрше Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. XIX быуатта бөтә Рәсәй империяһында киң билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә замандаштары "Урал-Волга буйының Физулийы" тип йөрөткән күренекле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙән белем ала. Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә ул, дини тәғлимәттән тыш, ғәрәп, фарсы телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала.

Аҡмулланың шағирлык һәләте бик иртә уянған. Бала сағында уҡ уның үҙе уҡыған мәҙрәсә тәртиптәренән, наҙан муллаларҙан көлгән шиғырҙар сығарыуы билдәле. Ләкин улары беҙгә килеп етмәгән. Үҙенең әҫәрҙәрен ул, шағир буларак, сәсән буларак, телдән дә ижад иткән. Был йәһәттән уның ижады башҡорт һүҙ сәнғәтендә ауыҙ-тел әҙәбиәте яҙма әҙәбиәт традицияларының берләшә барыуын күрһәтеүе менән әһәмиәтле.

Аҡмулла шиғриәте — үҙе бер донъя. Унда заманаһының моң-һағышы ла, аһ-зар аша яңғырар ҡыуаныс ауаздары ла, уй-хыялдары һәм ынтылыштары ла ифрат асыҡ сағылды. Бар булмышын халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған был әҙип, ағастан-ағасҡа ҡунып һайраған һандуғас шикелле, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсә йөрөп ижад итте, мәғрифәт яҡтылығы өләшеп, ауыр донъя йөгөн тартыусы хеҙмәтсән халыҡтың хәлен еңеләйтергә тырышты. Халыҡ яҙмышын, халык киләсәген хәл итер көсөргәнешле ваҡиғалар эсендә ҡайнаған шағир, ысынбарлыҡҡа мөрәжәғәт итеп, заманының ижтимағи үҫешен билдәләрлек мөһим проблемаларҙы күтәрҙе, уларҙы хеҙмәтсән халыҡ мәнфәғәтенә ярашлы хәл итергә ынтылды.

Аҡмулла поэзияһының ошоға бәйле рәүештә килеп тыуған бер үҙенсәлекле яғы бар. Ул — шағирҙың халыҡҡа поэтик мөрәжәғәт формаһын — боронғо сәсәңдәрҙән килгән хитап традицияларын яратып һәм киң ҡулланыуы. Хитаптар поэзияла халыҡ тормошоноң һынылышлы, хәл иткес моменттарында барлыҡҡа килә торған күренеш. Яу килгәндә, ил алдында афәт ҡалҡҡанда сәсәндәр, ирек, азатлыҡ өсөн көрәшкә әйҙәп, халыҡҡа мөрәжәғәт иткәндәр.

Аҡмулла иһә халыҡты ғилем-һөнәргә эйә булырға, яҡтылыҡҡа, хөр тормошҡа саҡырып хитаптар ижад иткән.   “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” әҫәре — шуларҙың иң гүзәл өлгөләренең береһе.

Аҡмулланың иң яратып ҡулланғаны — 11-11 үлсәмле шиғыр. Бындай үлсәм башҡорт халыҡ ижадында ла, яҙма поэзияла ла осраштыра. Ул шулай уҡ Аҡмулланан һуң уның йоғонтоһонда ижад иткән шиғырҙарҙа бер ни тиклем дауам иттерелеп, хәҙерге поэзияла ла күренгеләһә лә, бик һирәктер.

Аҡмулла поэзияһының башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәтенә яҡынлығы ете ижекле "ҡобайыр үлсәме” менән ижад ителгән әҫәрҙәрендә нығыраҡ күренә — һүрәтләү алымдары, эпик киңлеге менән дә, ҡобайырға ғына хас шиғри теҙмәләргә мөрәжәғәт итеүе менән дә һәм, ғөмүмән, стиле, поэтик структураһы менән дә уларҙың башҡорт эпостарынан, ҡобайырҙарынан һутланыуы күренеп тора.

Йылдар үткән һайын мәшһүр Аҡмулла һынының мөһабәтлеге, ул сәсеп ҡалдырған гүзәл шиғри ынйыларҙың күркәмлеге тағы ла асығыраҡ күренә.

 Аҡмулла бөгөн дә сафта. Уның башҡорт халыҡ ижадының, ауыҙ-тел әҙәбиәтенең, классик көнсығыш поэзияһының гүзәл традицияларына нигеҙләнеп үҫеп сыҡҡан поэтик ижады бөгөн дә, ҡабатланмаҫ бер моң булып, халыҡ күңелендә йәшәй, йәш быуынды дөйөм кешелеклелек, гуманизм рухында тәрбиәләүҙә, кешеләргә әҙәплелек, сабырлыҡ, эстетик зауыҡ күндереүҙә актив ҡатнаша.

БӨЙӨК таланттарға хас булғанса, Аҡмулла, әлбиттә, бер башҡорт халҡының ғына милли даирәһе менән сикләнеп ҡала алмаған. Ул күтәргән проблемалар, ул үткәргән идеялар төрки телле бик күп ҡәрҙәш халыҡтар өсөн актуаль ине. Тәбиғиҙер, Аҡмулла моңо, Аҡмулла зары улар күңеленә лә хуш килде. Шуға ла уның бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайға, ҡаҙаҡтың бөйөк улы Абай Ҡонанбаевҡа билдәле йоғонто яһауын күргән ғалимдар хаҡлы.

Шулай булһын! Моңло моңдашһыҙ булмаҫ. Моңо йәшәһә, уның зарын зарларлыҡ Аҡмулла кеүек улдары булһа, халыҡ та йәшәр. Моңло булып йәшәр.

 

Әхәт Вилданов,

Аҡмулла исемендәге

премия лауреаты