Оло мираҫлы ҡыҫҡа ғүмер Ҡағыҙға баҫтырыу E-mail адрес

 

..Бөгөнгө көн ауыр һәм яуаплы, 

Бик күп эштәр иңгә йөкмәлгән. 
Ғабдулла Амантай

 Эйе, башҡараһы эштәр, яулайһы үрҙәр, яҡты өмөттәр бихисап ине, тик барыһы ла тамырынан аяуһыҙ өҙә сабылды, селпәрәмә килтерелде. Әйтерһең дә, донъя түңкәрелде, изгелек, яҡшылыҡ юҡ ителде. Хыялдарҙы ҡыйратыусылар, әлбиттә, был енәйәттәре сер мөһөрө аҫтында ҡалыр ҙа изгелек башҡа ҡалҡмаҫ, тип өмөтләнде булһа кәрәк. Тик кеше сабырлығы, унан да бигерәк, халыҡ хәтере барыбер көслөрәк, нығыраҡ булып сыҡты һәм ҡасандыр башҡарылған изгелек бер көн бар енәйәтте фаш итеп, ҡалҡып сыҡты.


 Ошондай ассоциациялар тыуҙыра күренекле ғалим, шағир һәм шәхес Ғабдулла Амантайҙың тормошо. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ул йәшәргә, ижад итергә, йәһәтерәк яҡты тормош төҙөргә ашыҡты. Бының өсөн ул көсөн дә, ғүмерен дә йәлләмәне, фиҙакәр көрәште, киләсәккә ҡыйыу ҡарап, янып йәшәне.  Һәләтле кеше бөтә ерҙә лә, һәр осраҡта ла шулай һәләтле була, тиҙәр. Был һүҙҙәр тулыһынса Ғ.Амантай тураһында әйтелгән кеүек. Беҙ, бөгөнгө быуын вәкилдәре, Амантай һәм уның ижады хаҡында сара-сарпы ғына белеп, уны бик томанлы күҙаллай инек. Ә уның танылған шәхес, талантлы эшмәкәр һәм ғалим булыуы, башҡорт филологияһын үҫтереүҙә ҙур эштәр башҡарыуы, оло мираҫ ҡалдырыуы тураһында бөтөнләй тип әйтерлек мәғлүмәтле түгел инек. 
 Һуңғы йылдарҙа, ниһайәт, шәхестең исеме, мираҫы кире халыҡҡа ҡайтарылды. Матбуғатта төрлө йылдарҙа С.Әлибаев, Ә.Вахитов, Ғ.Зөлҡәрнәев, С.Ағиш, Ә.Чанышев, Т.Байымов, С.Кулибай, Б.Байымов, З.Нурғәлин, С.Сафуанов кеүек яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың һәм Амантайҙың замандаштарының мәҡәләләре, иҫтәлектәре донъя күрҙе. 
 Ғабдулла Амантайҙың биографияһы ҡанлы синыф-ара һуғыш, яҡты киләсәк өсөн көрәш, тырыш хеҙмәт, уңыштар һәм ҡаршылыҡтар, көйөнөстәр һәм һөйөнөстәр, юғалтыуҙар һәм табыштар менән тулы ваҡиғалар ебенән туҡылған. Ул бөтә ғүмерен көрәшкә, көсөргәнешле эшмәкәрлеккә бағышлаған кеүек: совет власы өсөн көрәшеү, аҡтар менән алышыу, яҡты тормош төҙөү, белемгә, ғилемгә ынтылыу, милли фән нигеҙҙәрен булдырыу һәм нығытыу... Быларҙың барыһы ла шәхестең патриотик рух, революцион романтика менән һуғарылған, эскерһеҙ, саф, хисле шиғырҙарында сағылыш тапҡан. Уның поэзияһы асылда үҙе тураһында бәйән итә кеүек. Амантайҙың ни бары ун ете генә йәшендә ижад иткән »Уҡытыусы йыры» (1924) шиғыры башҡалары араһынан айырылып тора. Әле үҙе парта артында уҡыусы булып белем туплар урынға, малай ғына килеш, таҡта эргәһендә баҫып, балаларға белем биргән, уларға тормошта үҙ юлдарын һайларға өйрәткән тәжрибәле уҡытыусы булып күҙ алдына баҫа. Ул яҡты тормош төҙөүселәрҙең балаларына белем биреүе менән ғорурлана, изге хеҙмәтен ихтирам итеп, уҡыусыларының арыҡ арҡаларынан һөйөп кинәнә, бөгөнгөһө еңел булмаһа ла, киләсәге өмөтлө уның.

Ярлы илдең бәхете, яҡты көнө 
Табыла тик аңда, белемдә. 
Минең табыла шатлыҡ сәғәттәрем 
Илгә белем сәскән көнөмдә... 
........................................................ 
Һөйә-һөйә ҡосағыма алып, 
Тиҫтәләрсә юҡһыл улдарын, 
Арымай-талмай, йәштәр, өйрәтермен 
Ирек өсөн көрәш юлдарын.

 Эйе, белем, тәжрибә туплау йәмғиәтте алға этәрә, үҫеште әүҙемләштерә. Ошо идея һәм идеалдар йәш, әммә дәртле Амантайҙы тағы ла төплөрәк белем туплап алға ынтылырға әйҙәгәндер. »Көрәш ярып сыҡтыҡ донъяға» (1925), »Таш ҡала» (1925), »Көндәр күкрәгәндә» (1926), »Киләсәгем яҡты минең» (1926), »Үпкәләйем әле әсәйгә» (1927), »Шатлыҡ булғанда» (1928), »Беҙҙең быуын» (1929), »Хәтер дәфтәренән» (1929) ише шиғырҙарының идея-эстетик йөкмәткеһе, идея-тематик йүнәлеше лә шуны дәлилләгәндәй. Улар шағир тормошонда хыялдарының ғәмәлгә ашҡан мәлдәрендә айырым ҡәнәғәтләнеү менән яҙылған кеүек ҡабул ителә. Ә инде »Төн» (1926), »Кис» (1926), »Көҙгө йыр» (1928), »Яҙғы дәрт» (1928) кеүектәрендә авторҙың донъя мәшәҡәттәренән, сәйәси идеологик пафослыҡтан, патриотик рухтан арынған башҡа бер мәлдә үҙенең »мин»е булыуын белдереп, күңелендә тулышҡан хис-тойғоларының берсә талғын, берсә ярһыу тулҡындарында тирбәлгәндәй итә. Лирик герой »Бер һиллеккә донъя күмелгән», тип сихри төнгә хайран ҡала:

Ауыл йоҡлай, 
Тик көләс ай ғына 
Нур өләшеп йөрөй һәр өйгә. 
Әкрен генә шишмә ниҙер һөйләй 
Талғын аҡҡан моңһоу бер көйгә... –

тип тәбиғәтте йәнләндереү, төрлө ассоциациялар аша үҙенең шәхсән кисерештәрен белдерә (»Төн»). 
 »Кис» шиғырында ла Амантай уйҙарында, хыялдарында ғына булһа ла йәнә бала сағы үткән тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Бында ла шағир художестволылыҡ алымдарын бик оҫта файҙаланып, шиғырҙың лирикаһын, моңон көсәйтеп ебәрә. 
 Юғарыла әйтеп үтелгәнсә, балаларға булған айырым бер йылы мөнәсәбәте, һөйөү тойғоһо Ғ.Амантайҙың уҡытыусы булып эшләү дәүерендә тыуып нығынғандыр. Ә инде үҙе атай булыу бәхетенә ирешкәс, уларға ҡарата һөйөү ҙә, иғтибар ҙа арта, мөнәсәбәт тә икенселәй тойола. Балалар өсөн шиғырҙар ижад итеүенең төп сәбәбе лә ошондалыр, моғайын. Башҡорт халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһынған Амантаев был юҫыҡта шиғырҙарын ана шул фольклор традициялары менән тығыҙ бәйләп яҙыу оҫталығына эйә була:

Һәтес, һәтес, һәтес тә! 
Бигерәк матур бәпес тә! 
Кем ҡарамаҫ, кем һоҡланмаҫ 
Бындай матур бәпескә! –

тигән һамаҡлауҙар менән биҙәлгән, мәҫәлән, уның »Көлғәйшә» поэмаһы.

Әһем-әһем әһемсек, 
Ҡайтып етте сыйырсыҡ, 
Матур итеп өҙөлөп һайрай, 
Ваһап, тиҙерәк йүгереп сыҡ! –

тип халыҡ ижады һамаҡтарының ритмы, көйө-моңо менән үрелеп, байытылып бирелә »Сыйырсыҡ» шиғыры. 
 Күреүебеҙсә, Ғ.Амантайҙың балалар өсөн ижад иткән ошо һәм »Күгәрсен йыры», »Ҡолонсаҡ» кеүек башҡа шиғырҙары һамаҡтар, һанамыштар (считалочки) стиленә, ритмына яҡынлашып, ябай ритмик тонда яҙылғанға күрә, балаларға уларҙы тиҙ генә ятлап алып, зиһендәренә һеңдерергә, тел байлығын арттырырға, тирә-йүнде танып белергә ярҙам итә. Был әҫәрҙәр, шағирҙың мөхәббәт лирикаһы кеүек үк, һәр заман өсөн актуаль, яңыса булып яңғырай, һәр быуын балалары өсөн файҙалы һәм яҡын. 
 Ғ.Амантайҙың ижадында балаларға арнап яҙылған шиғырҙар бихисап. Уларҙы бер мәҡәлә эсендә генә һанап, һәр береһенә туҡталып үтеүе мөмкин түгел. Билдәле әҙәбиәт белгесе С.Сафуанов әйтеүенсә, Амантайҙың ташҡа баҫылмай ятҡан шиғырҙары араһында ла балаларға арналғандары бик күп. Ғалимдың, шуларҙы халыҡҡа еткереү эше беҙҙең бурыс, тигәне ысынлап та шулай. 
 Тимәк, ғүмере көрәш юлында үткән яугир Амантайҙың йөрәге һалҡын ҡоростан ҡойолмаған, ә шул етди образ артында нескә күңелле, хисле лирик шағир тора. Әйтерһең дә, ялҡынлы көрәшсе образ ул, асылда уның тышҡы ҡиәфәте, тышҡы күренеше артында, тәрәндә, кеше күҙе төшмәгән урында нескә күңелле, мөхәббәт менән тулы йөрәк тибә. 
 Әгәр ҙә шиғриәт Ғ.Амантай өсөн күңел асҡысы, рух өсөн аҙыҡ булараҡ ҡабул ителһә, уның тормошоноң икенсе этабын күҙалландырған (беренсе этабы революция, яңы тормош төҙөлөшө юлында үтә) төп шөғөлө булып фән тора. Әйтерһең дә, ғүмеренең ҡыҫҡа булырын ул һиҙенгән, шунлыҡтан бөтә өлкәләрҙә лә эшләп, үҙ өлөшөн индерергә, байытырға ашыҡҡан. Шуға ла, күрәһең, еңел булмаған белем баҫҡыстары буйлап юғарыға ынтылырға тырышҡан. 
 Ошо маҡсат менән ул 1926 йылда Ырымбурҙағы »Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡығандан һуң, башҡорт педагогия техникумында белем ала. 1928–1932 йылдарҙа иһә уға Ленинград философия һәм лингвистика институтының көнсығыш телдәре бүлегендә тәүҙә студент, һуңынан аспирант булараҡ белем алыу бәхете тейә. »Кисә генә »ҡара малай» инем, бөгөн килеп ВУЗ-ға ынтылдым», – тип яҙа ул үҙе хаҡында »Шатлыҡ тулғанда» тигән шиғырында. Тик ул ябай »ҡара малай» булмай инде. Тәүҙә комсомол, аҙаҡ партия өсөн көрәштәрҙә сынығып, барыһын – әсеһен дә, сөсөһөн дә кисергән тәжрибәле эшмәкәр булып ҡыйыу баҫа Ғабдулла Амантай фән юлына. Һәм ғүмеренең ахырынаса ошо һайлаған һуҡмағынан тайпылмайынса, башын ғорур тотоп алға атлай, артынан башҡаларҙы ла әйҙәй.  Аспирантураны тамамлағас, Ғабдулла Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм тағы ла етдиерәк һәм яуаплыраҡ эшкә егелә: 1933 йылда ойошторолған ғилми тикшеренеү институтының (хәҙер – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты. – Н.Х.) директоры вазифаһына тәғәйенләнә. Бер үк ваҡытта Башпединституттың әҙәбиәт кафедраһы доценты булып та эшләй. Замандаштары билдәләүенсә, Ғабдулла Сәхипгәрәй улы белгестәр әҙерләүгә күп көс һала. Төрлө курстарҙа әҙәбиәт буйынса лекциялар уҡый.
 Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: дәрәжәле институтты етәкләүенә ҡарамаҫтан, ғилми эште үҙ иткән Ғабдулла Амантай директор креслоһында тыныс ҡына ултырмай. Институтта ул фәнни экспедициялар ойоштора, шуларҙы етәкләп, үҙе республика буйлап тарих, этнография, тел ғилеме, әҙәбиәт, фольклор буйынса бай мираҫты бөртөкләп йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Шуларҙың һөҙөмтәһе булараҡ төрлө йылдарҙа ғилми мәҡәләләре, сығыштары, хеҙмәттәре яҙыла, улар матбуғатта баҫылып сыға (»Башҡорт фольклоры», »Башҡорт мәҡәлдәре», »Башҡорт йомаҡтары», »Башҡорт совет йырҙары», »Фольклор материалдарын йыйыу өсөн ҡыҫҡаса ҡулланма» кеүек һанһыҙ мәҡәләләренең бер өлөшө, »Әҙәбиәт», »Башҡорт әҙәбиәте» кеүек дәреслек һәм хрестоматиялары, »Милли әҙәбиәтте билдәләү принциптары» хеҙмәте һ.б.). 
 Йәш булыуына ҡарамаҫтан, фән өлкәһендә үҙенең ҡыйыу һәм уңышлы асыштарынан торған ошо тикшеренеү-эҙләнеүҙәре менән Башҡортостандан ситтә лә билдәле була, бигерәк тә Мәскәү ғалимдары ихтирам итә уны. »Хөсәйениә» мәҙрәсәһенән уны яҡшы белгән дуҫы Ҡасим Аҙнабаевтың хәтерләүенсә, 1933 йылда ул Амантайҙы Мәскәүҙә осрата. Уның өсөн ошо осрашыуҙан иң иҫтә ҡалғаны шул була: Амантай дуҫын үҙенә ҡунаҡханаға ҡунаҡҡа саҡыра һәм шул мәжлестә ҡатнашыусы башҡа ҡунаҡтар менән таныштырып сыға. Ул ҡунаҡтары ла ябай түгел икән: табын артында күренекле ғалимдар – Карпинский, Самойлович, Марр, Мещанинов кеүек бөйөк академиктар ултырған була. Бына ниндәй хөрмәтле ҡунаҡтар менән аралашыу бәхете тейә Аҙнабаевҡа. 
 Бигерәк тә академик Самойлович Амантаевтың ғилми эшмәкәрлеген юғары баһалай: »...Тов. Амантаев достаточно подготовлен методическим материалом и обладает необходимыми фактическими знаниями, навыками и приемами научной работы, являясь, таким образом, ценным сотрудником Кабинета». Күренеүенсә, Ғ.Амантайҙың хеҙмәтен исемдәре бөтә донъяға билдәле булған академиктар юғары баһалай, әлбиттә, уға оло-оло өмөттәр ҙә бағлайҙар. Әммә уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырырға насип булмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы... 
 Билдәле булыуынса, ул йылдарҙа бөтә аҙ һанлы халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың да, Октябрь революцияһына тиклем милли әҙәбиәте, мәҙәниәте булмаған, уны тик ана шул революция ғына биргән, тигән тезис киң тарала. Ғ.Амантайҙың ошо ҡалыплашҡан тезисты инҡар итеп, башҡорт халҡының әле Ҡыҙыл Октябрь көндәренә тиклем, борон уҡ, үҙ милли әҙәбиәте булыуын иҫбатларға тырышыуы аяҙ көндө йәшен йәшнәгәндәй тәьҫир итә был стереотипты үҙһенгән әҙәбиәт һәм фән »белгестәре»нә. Тап ошо ҡыйыу сығышы ғалим ғүмеренең һуңғы минуттарын һанай башлай. 
 Дөрөҫ, бындай һығымтаға Ғабдулла Сәхипгәрәй улы юҡтан ғына килмәгән, әлбиттә. Ул оҙайлы экспедицияларҙа йәки төрлө архивтарҙа табылған боронғо башҡорт әҙәбиәте өлгөләрен, теге йәки был башҡорт яҙыусыларының революцияға тиклемге ижадын (революцияға тиклем йәшәгән һәм ижад иткән М.Аҡмулла, М.Өмөтбаев, һуңынан әҙәбиәткә килгән М.Ғафури, Ш.Бабич һ.б.) ентекләп өйрәнеүҙәр һөҙөмтәһе була. Табылған, тикшерелгән материалдар шундай һығымтаға килергә мәжбүр иткән ғалимды. Уның »Милли әҙәбиәтте билдәләү принциптары» тигән хеҙмәтендә быларҙың барыһы ла бөтә тулылығында яҡтыртыла.
 Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғалимдың нигеҙле иҫбатлауҙарына бер кем дә иғтибар итмәй, иғтибар иткән хәлдә лә, күрмәмеш-белмәмешкә һалыша. »Сөнки фән үҙе лә илдең сәйәси тормошонда, партия органдары эшендә өҫтөнлөк иткән авторитарлыҡ ҡорбанына әүерелгәйне» (З.Нурғәлин). Бындай осорҙа, ниндәйҙер яңы ҡараш, башҡаса тикшеренеү принциптары хаҡында матбуғат биттәрендә түгел, яҡын туғаныңа ла әйтеүе ҡурҡыныс булған мәлдә, Амантаевтың яҙмышы »тейешенсә» баһалана һәм »тейешенсә» хәл ителеү юлына һалына. 
 Ғалимдың был хеҙмәте 1937 йылда Партия өлкә комитеты бюроһы ултырышында »тикшерелә» һәм уның авторы »әҙәбиәтте билдәләүҙә буржуаз-милләтселек ҡарашын үткәреүҙә, революцияға тиклем башҡорт әҙәбиәтенең булыуын таныуын, шуның менән уның бөйөк пролетар революция емеше булмағанлығын раҫлауҙа» ғәйепләнә. Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, быға шулай уҡ уның институт директоры булып эшләү осоронда Любавский, Пригожин кеүек һәм башҡа »халыҡ дошмандары» иҫәбендә йөрөгән билдәле ғалимдарҙы эшкә алыуы хаҡындағы ғәйепләүҙәр ҙә өҫтәлә. 
 »Ҡаты тикшеренеү» үткәргән бюро ултырышы ғалимды институт директоры вазифаһынан бушатырға, уның мәктәп дәреслектәренә ингән материалдарын алып ташларға, тигән ҡарар ҡабул итеү менән тамамлана. Амантаевтың ҡыҙы Ролена Лоҡманова хәтерләүенсә, атаһы ҡулға алынғас, уның фамилияһы яҙылған әсбаптарҙың тыштары йолҡоп алына. Шул ҡара көндәрҙән алып тиҫтәләгән йылдар һуҙымында халыҡтың милли аңы үҫешендә, рухи тормошонда оҙайлы өҙөклөк, бушлыҡ барлыҡҡа килде. Кемдер, бәлки, мәңге шулай булыр, тип өмөтләнгәндер. Әммә ҡырын эш ҡырҡ йылдан да беленә тигәндәй, ғалим үҙе хыялланған »рухи сафланыу, күтәрелеш шарттарында» шәхестең исеме аҡланды һәм мираҫы халҡына ҡайтарылды, иншалла. 
 Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 75 йыллыҡ юбилейын үткәреү алдында торғанда уның тәүге директоры булған Ғабдулла Сәхипгәрәй улы Амантаевты йәнә иҫкә алыу оло мәғәнәгә эйә. Ғалимдың ошонда үткәргән төрлө фәнни тикшеренеүҙәре, асыштары, репрессия ҡорбандары булған башҡа аҡыл эйәләре менән берлектә башҡарған хеҙмәттәре институттың фәнни нигеҙ ташын тәшкил итеүе бәхәсһеҙ.
 Ҡыҫҡа ғүмерле ғалимдың һәм әҙиптең оло мираҫының билдәле булғандарын да, әле билдәһеҙҙәрен дә өйрәнеп, киләсәк быуын ғалимдарына еткереү беҙҙең, институт хеҙмәткәрҙәренең, бурысылыр.

Нәркәс ХӨББИТДИНОВА, 
филология фәндәре кандидаты