Ғәлимов Сәләм

 

ГАЛИМОВ Салям Галимович

Ғәлимов Сәләм 1911 йылдың 18 ғинуарында Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тәгеш ауылында тыуа. Атаһы бик иртә үлеп китә, әсәһе ҡулында тәрбиәләнә. 1924 йылда Һары мәктәбенә уҡырға инә, аҙаҡтан белемен Арғаяш мәктәбендә дауам итә. 1928-1930 йылдарҙа уҡытыусы булып эшләй. 1930 йылда "Башҡортостан" гәзитенә эшкә саҡырыла. 1933-1937 йылдарҙа Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый.Студент саҡтарында уҡ яҙыша башлай. "Өс йыр"," Ғүмер", "Һәйкәл", " Республика иртәһе" кеүек әҫәрҙәрен ижад итә.Билдәле "Шоңҡар" поэмаһы ла ошо ваҡытта донъя күрә.1938 йылда СССР Фәндәр академияһының Ленинград (Санкт Петербург) ҡалаһындағы филиалына уҡырға инә. Ошо осорҙа "Бала" поэмаһын ижад итә.1939 йылдың июнь айында башланған грипп ауырыуы минингитҡа әүерелә.Ошо ҡаты ауырыуҙан ул 1939 йылдың 19 июндә вафат була. 

Ижад иткән йылдары ни бары ун йыл ғына булһа ла ялҡынлы әҫәрҙәр ижад итә Ғәлимов Сәләм. Уның әҫәрҙәрендә заман һулышы һиҙелә. Улар яҡты киләсәк, яҡты тормош, үҙгәреш, яңы төҙөлөштәр тураһында бәйән итә.