Әхмәтзәки Вәлиди Туған

Әхмәтзәки Вәлиди Туған 1890 йылдың 22- се декабрендә Ишембай районы Көҙән ауылында тыуа. Боронғо ата- бабалары- Юрматы ҡәбиләһенә ҡараған Суҡлы- Ҡай ырыуы башҡорттары.  Ул ҙур уҡымышлы ғаиләлә үҫә.  Атаһы Әхмәтшаһ Вәлит улы Көҙәнов ауылда мәҙрәсә тотҡан. Әсәһе мөғәллимә, төрки телдәрендә байтаҡ ҡына шиғырҙарҙы яттан белгән. Улына ла Аттар, Руми, Науаи, Йәсәүи, Аллаһияр кеүек боронғо классик шағирҙарҙың китаптарын уҡыта һәм шиғырҙарын ятлата.

1902 йылдың көҙөндә Ә.Вәлидиҙе Үтәк ауылына мәҙрәсәгә уҡырға бирәләр. Бында ул ғәрәп теле һәм әҙәбиәте буйынса белемен камиллаштыра, тарих, фәлсәфә, география, математиканан шәхси дәрестәр ала. Әхмәтзәки Вәлидиҙең шәхес булып формалашыуына мөһим фактор- уның кесе йәштән үк тау башҡорттарының боронғо йәйләү тормошон, йыр- моңдарын, тарихи риүәйәттәрен, ҡобайырҙарын тыңлап, ошо мөхиттең юғары рухиәтен күңеленә һеңдереп үҫеүе ҙур роль уйнай.

1908 йылдың 29 июнендә Вәлидиҙең тормошонда өр- яңы дәүер башлана. “ Шура” журналының баш мөхәррире Ризатдин Фәхретдинов менән осрашып, уның кәңәштәрен тыңлай. Шунан һуң Ҡазанға килеп, ең һыҙғанып фән, ғилем, ижад эшенә тотона. Ҡазанға килеүенең тәүге йылында уҡ ул ваҡытлы матбуғат биттәрендә әҙәбиәт һәм тарих буйынса мәҡәләләр баҫтыра.

1910-1911 йылдарҙа Ҡазан университетында лекциялар тыңлай, имтихандарға әҙерләнә. 1913-1914 йылдарҙа Ҡазан университеты һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Ә.Вәлидиҙе Төркөстанға ғилми командировкаға ебәрә. Илдә барған сәйәсәт арҡаһында бер аҙға ғилми эшен туҡтатып тора, сәйәси эшкә тотона. Совет власы менән бик үк килешеп бөтмәй, шуға күрә илде ташлап китергә мәжбүр була.

Ул  Париж, Берлин, Прага, Будапешт ҡалаларының китапханаларында иҫке ҡулъяҙмалар, китаптар менән таныша, уларҙы өйрәнә. Шулай итеп, 1923 йылдың март- апрель айҙарынан башлап ул үҙенең ғүмерен, тормошон тулыһынса тиерлек ғилми эшмәкәрлеккә арнай. Ҡалған 45 йыл ғүмере университетта төрки тарихы уҡытыусыһы, донъяға танылған шәреҡсе профессор сифатында үтә. Үҙе әйткәнсә, бында ул иң элек “ Осман дәүләтендә быуаттар буйы ҙур тырышлыҡ менән йыйылған тарихи сығанаҡтарҙы һәм документтарҙы баһалау менән” үтә.

1944 йылдың 15 майында пантөркиселек эшмәкәрлегендә ғәйепләп, Ә.Вәлидиҙе ҡулға алалар. Ул 17 ай һәм 10 көн буйына төрмәлә ултырып сыға . Тотҡонда ултырған сағында “Ғөмүми төрк тарихына инеш” тигән китабын ҡайтанан эшләп, 1946 йылда нәшер итә.

1950 йылда “ Тарихи ысул” исемле хеҙмәтен баҫтырып сығара. Ошо дәүерҙә ул төрки халыҡтарының тарихын, географияһын, мәҙәниәтен, яҙма тел ҡомартҡыларын, этнографияһын, бөйөк тарихи шәхестәр тормошон өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ғалим “Төрки мәҙәниәте белешмәһе” тигән монументаль хеҙмәт өҫтөндә эшләй, 1969 йылда атаҡлы “Хәтирәләр” әҫәрен баҫтырып сығара. Уның ғилми хеҙмәттәр библиографияһы 400- гә яҡын исемдән тора. Был хеҙмәттәрҙең ҡырҡтан ашыуы- ҙур күләмле китаптар һәм монографиялар.

Иң элек шуны әйтәйек: Ә.Вәлиди Туған ғалим булараҡ та, үҙе легендар милли геройыбыҙ менән бер тиң торорлоҡ шәхес сифатында ла беҙҙең аңыбыҙҙа ҡабатланмаҫ күркәм бер күренеш булып йәшәй. Сөнки ул, беренсенән, донъя йөҙөндә бөйөк тарих белгесе булып танылһа, икенсенән, халҡыбыҙ яҙмышының һынылышлы бер осоронда үҙе шул тарихты тыуҙырыусы, тарихтың ижадсыһы, милли юлбашсы һәм азатлыҡ хәрәкәттәренең идеолыгы рәүешендә күтәрелә. Уның шәхес һәм ғалим булараҡ иң ҙур үҙенсәлеге лә шундалыр.

Икенсенән, тарихты өйрәнеүсе булараҡ, Вәлидиҙе биографтары иң элек киң профилле, универсаль характерҙағы ғалим- төркисе һәм шәреҡсе тип билдәләйҙәр. Европа ғалимдары уны хаҡлы рәүештә Европа менән Шәреҡ фәнен тоташтырып тороусы тип атайҙар.

Өсөнсөнән,Ә.Вәлиди, тарих методологияһының бөйөк остазы булараҡ оло абруй ҡаҙана. Уның иң күренекле капиталь монографияларынан “ Ғөмүми төрк тарихына инеш” һәм “ Тарихи ысул” иң әүәл нәҡ бына шул йәһәттән ҙур ғилми әһәмиәткә эйә.

Башҡорт тарихы, этнографияһы буйынса ғилми хеҙмәттәре лә мөһим әһәмиәт ҡаҙана. Ә. Вәлиди мираҫында беҙҙе айырыуса ҡыҙыҡһындырған ғилми әҫәрҙәренең береһе- “Башҡорттарҙың тарихы” исемле хеҙмәте.  Был әҫәр боронғо дәүерҙән алып 1919-1920 йылдарға тиклемге ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алған ҡыҫҡа- ҡыҫҡа ғына ҡырҡ бүлексәнән тора.  Был әҫәр художестволы әҫәр кеүек үк мауығып һәм ҡыҙыҡһынып уҡыла.

Ә.Вәлидиҙе яҡындан белеп, күреп, аралашып йөрөгән ғалимдар уны бөйөк ғалим эйәһе булараҡ та, кешелек сифаттары йәһәтенән дә бик юғары ҡуялар.

Төркиәлә Ә.Вәлидиҙе үҙҙәренең остазы тип иҫәпләгән тотош бер төркөм арҙаҡлы шәхестәр үҫеп сыҡты. Улар араһынан профессор Тунжер Байҡара 1990 йылда “ Әхмәтзәки Вәлиди Туған” тигән исем аҫтында бөйөк ғалимдың тормошона һәм ижадына арналған монография баҫтырып сығарҙы.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған 1970 йылдың 26 июлендә 80- се йәшендә яҡты донъя менән мәңгегә хушлаша. Профессор Карл Ян уның үлеменә ҡарата: “…XIX быуат аҙағы- XXбыуат башы урыҫ тарихсылары мәктәбе йәшәүҙән туҡтаны, сөнки В.Бартольд менән В.Минорскийҙан һуң хәҙер Зәки Вәлиди Туған арабыҙҙан китте” – тип, бөйөк ғалимдың донъя шәреҡселек фәнендә тотҡан урынына бик юғары баһа бирә.