М.Кәрим "Дан кәпәс түгел"
arim_an_kapas_tygel (1).zip
Compressed Archive in ZIP Format 298.7 KB

          Тема: С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән. 5 класс

 

          

         Маҡсат: 1) Шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү.

                         2)шиғриәтенә ихтирам тәрбиәләү, танышыу теләге уятыу; тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

                         3) шиғырҙы ролдәргә бүлеп тасьири уҡырға өйрәнеү.

        

         Йыһазландырыу: китаптар күргәҙмәһе, яҙ төшөрөлгән һүрәттәр, автор менән осрашыуға арналған фотолар, магнитофон, аудиокассета.

         

                                 Дәрес барышы:

      

1.  Ойоштороу. Психологик уңай тыуҙырыу.

                           Башҡорт теле –минең телем,

                           Хөрмәтләйем мин һине.

                           Матурлығың, нескәлегең

                           Таң ҡалдыра бит мине.

           Матурлыҡты күҙәтеү: тәҙрә аша яҡҙы аяҙ, ҡояшлы көндө күҙәтеү.

             Бер-береңә теләктәр белдереү: -Бер-берегеҙгә ҡарап йылмайығыҙ, уңыштар, хәйерле көн теләйек.

     -Хәйерле көн! Уңыштар һеҙгә!

       2.Ситуация тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.

-Һеҙ үткән дәрестә нимә тураһында һөйләштегеҙ? Дәрестең темаһы ниндәй ине? Шиғыр нимә тураһында ине?

-Яҙ тураһында һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.Ә хәҙер өйгә эштәрҙе тикшереп үтәйек. (Әсәйҙәр темаһына инша яҙып килергә ине.)

     Ихтибарҙы таҡтаға йүнәлтеү. Яҙ темаһына рәсемдәр, һүрәттәр эленгән.

( Уҡыусылар төркөмдәр менән эшләйҙәр. 1-се төркөм-һүҙҙәр уйлай, 2-се төркөм һөйләмдәр төҙөй.)

     3.Маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу.

а ) Бөгөнгө дәрестең маҡсатын белер өсөн мин уҡыған шиғырҙың авторын иҫкә төшөрөргә тейешһегеҙ. (С.Әлибаевтың “ Матур көн” исемле шиғырынуҡыу)

б)Дәфтәргә число теманы яҙыу.

     4. Актуалләштереү.

а ) Кем ул С. Әлибаев? Тағы ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ?

б ) Тормош юлын иҫкә төшөрөү, яңы мәғлүмәттәр биреү.

в ) Аудиокассетанан йырын тыңлау.

-Йырҙы тыңлағанда нимәләр тураһында уйланығыҙ?

     5. Практик эштәр.

а ) Һүҙлек эше. ( гөрләүек, тамсы, гиҙеү, көллөһө, көләс).

б )Шиғырҙың исеменә ихтибар итегеҙ. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ һүҙ нимә тураһында барасаҡ?

в ) Тасуири уҡыу.

г ) Шиғыр нимә тураһында? Уны нисек итеп уҡып була?

д ) Ролдәргә бүлеп уҡыу.

     6. Ял минуты.

“ Яҙ килә “ йырын йырлау.

е ) Ысынлап та яҙҙы кем килтергән һуң?

     7. Уйын “ Кем күберәк мәҡәл иҫенә төшөрөр яҙ тураһында”

   8. Логик фекерләүҙе үҫтереү.

Матурлыҡ, тәбиғәттең уяныуы тураһында ; уларҙы һаҡлау тураһында

һөйләшеү

     9.Дәрескә рефликсив анализ.

1.Дәрестең иң башында нимә эшләнек? Нимәнән башланыҡ? Шунан ни эшләнек?

    10.Өй эше.

“Яҙғы урман” хикәйә яҙып килергә.

     11. Баланың эшмәкәрлеген, хеҙмәтен баһалау.

Үҙ эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?

Дәрестә актив ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Таҙа булығыҙ, бәхет, уңыштар һеҙгә! Билдәләр ҡуйыу

 

Тема: Н.Мусин  “Ҡоралайҙар”

(5- се класс)

Маҡсат: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Н.Мусиндың тормош юлы, әҫәре менән танышыу, “Ҡоралайҙар” әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен үҫтереү, матурлыҡты күрә белеү, һаҡлау теләге уятыу, тәбиғәткә, йәнлектәргә һаҡсыл ҡараш, мәрхәмәтлелек тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Н.Мусинға арналған плакат, карточкалар, компьютер, проектор

Дәрес барышы

I.Ойоштороу мәле. “Психологик  атмосфера” тыуҙырыу

Һаумы, ҡояш, һаумы, дуҫым,

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Мин сәләмәт, мин матур

Салауат кеүек батыр!

Башҡорт телендә һөйләшәм-

Минән ҡоштар көнләшә,

Башҡорт телендә һөйләшәм-

Мин ҡояшҡа тиңләшәм! (1- се слайд)

II. Белемде актуалләштереү, яңы дәрескә “күпер” төҙөү

Бик һәйбәт уҡыусылар! Беҙ һеҙҙең менән туған телебеҙҙә матур итеп, бөгөнгө дәрестә лә һөйләшәсәкбеҙ.  Нимә тураһында һөйләшербеҙ икәнен  видеотаҫманы ҡарағас фаразлап ҡарарһығыҙ.

(Ҡоралай тураһында видеояҙма)

Шулай итеп,  уҡыусылар нимә тураһында бөгөн һөйләшербеҙ икән? (уҡыусыларҙың яуаптары)

-Ҡоралайҙы күргәс тә һеҙ нимә тураһында уйланығыҙ? Уның тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?

(матур, бәләкәй, зифа буйлы, матур ҡарашлы, зыянһыҙ, ышаныусан, илгәҙәк) (2-се слайд)

III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

 Ысынлап та, ҡоралай тураһында һөйләшербеҙ, ә улар тураһында һеҙ беләһегеҙме?

- Дөрөҫ уҡыусылар мин һеҙгә өйгә Н.Мусиндың “Ҡоралайҙар” әҫәрен уҡып килергә ҡушҡан инем. Нисек итеп өйгә эште үтәүегеҙҙе дәрес барышында билдәләп китербеҙ.

-Н.Мусин кем һуң ул? Уның тураһында нимәләр беләһегеҙ? (уҡыусылар яуабы)

- Ҡоралайҙар тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Шулай итеп, уҡыусылар беҙҙең алда ниндәй маҡсаттар тора?

-         Яҙыусы һәм ҡоралайҙар тураһында мәғлүмәтле булыу. (3- сө слайд)

IV Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

1.Уҡыусылар һеҙҙең алда таблицалар ята, иғтибар менән ҡарап китегеҙ. (4- се слайд)

Беләм

Белгем килә

Белдем

Яҙыусы тураһында :

 

 

 

 

 

Ҡоралай тураһында:

 

 

 

 

ØРучкаларығыҙҙы алығыҙ ҙа яҙыусы, ҡоралайҙар тураһында нимәләр белеүегеҙҙе яҙып китегеҙ. Рәхмәт, ә нимә белергә теләр инегеҙ? Икенсе бағанаға шул турала яҙығыҙ.Өсөнсө бағананы беҙ һеҙҙең менән дәрес аҙағында тултырып китербеҙ.

-Н.Мусин Башҡортостаныбыҙҙың иң матур райондарының береһе Ишембай районында Ҡолғона ауылында тыуа. Тәбиғәте шул тиклем матур ерҙә тыуғанға күрәлер инде,  Н.Мусиндың бөтә әҫәрҙәре лә  тәбиғәт һәм кеше темаһына яҙыла. Яҙыусыны“тәбиғәт йырсыһы”, “матурлыҡ йырсыһы”, “тәбиғәт һаҡсыһы” тип йөрөтәләр. Ысынлап та, ул үҙенең әҫәрҙәрендә күтәрелгән темалар, проблемалар  менән тәбиғәт һаҡсыһына әйләнде.(5-се слайд)

ØН.Мусин тураһында иптәшегеҙ әҙерләгән белешмәне тыңлап китәйек. (белешмә тыңлау) (6-10- сы слайд)

ØХәҙер инде ручкаларығыҙҙы алып, таблицаның 3-сө бағанаһын тултырығыҙ. Яҙыусы тураһында нимәләр белдегеҙ.

2. Һүҙлек эше.

Һуйыр- глухарь

Әүәлерәк- боронораҡ, давно

Януар- кейек, йән эйәһе, зд.дикие животные

Һеләүһен- рысь

Һуҫар- куница

Кәбәк- отрубь

Илгәҙәк- доверчивый

Ҡоралай- косуля (11-се слайд)

3.Үҙ аллы үҙләштереү.

ØТөркөмдәр менән эш. Өс командаға бүленеп эшләү.

-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле ҡоралай тураһында аңлатмалы һүҙлектән, дәреслектән  һәм Башҡорт Викепедияһынан мәғлүмәт менән танышып китәйек. Бының өсөн беҙ өс командаға бүленәбеҙ. Беренсе команда һүҙлектән, икенсе команда- Башҡорт Викепедияһынан, ә өсөнсө команда әҫәрҙән ҡоралай һүрәтләнгән ерҙе табып уҡый тора (Планшеттар, дәреслектәр һәм аңлатмалы һүҙлектәр менән эшләү).

ØӨс команданан да берәр уҡыусы ҡоралай тураһында, үҙҙәре тапҡан сығанаҡтан, уҡып китә.

-         Уҡыусылар Н.Мусин был әҫәрҙә ҡоралайҙың күҙҙәрен шул тиклем матур итеп тасуир итә. Ошо урынды табып уҡып ишеттерегеҙ әле. (балаларҙың уҡыуҙары).

Беҙгә һеҙҙең менән дәрес башында ҡарап киткән видеояҙмала  ла ҡоралайҙың күҙҙәренә яҡындан ҡарау мөмкинлеге булды. Бына әле лә һеҙ ҡоралайҙың һүрәтен ҡарай алаһығыҙ.(12- се слайд)

4. Ял минуты.

V. Нығытыу.

ØУҡыусылар әҫәрҙә Әбделнәғим бабай “Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк”- тей,  һеҙ быны нисек аңлайһығыҙ?

ØТәбиәғәттең матурлығы нимәлә тип уйлайһығыҙ?

ØӘбделнәғим бабай ҡоралайҙарға ниндәй изгелек эшләй?

ØҺеҙ үҙегеҙ  тәбиғәттәге матурлыҡты һаҡлау өсөн нимә эшләгәнегеҙ бар?

Шулай итеп, матурлыҡ тураһында ниндәй һығымта яһай алабыҙ?

Матурлыҡ менән һоҡланып ҡына ҡалырға түгел, уны һаҡларға тейешбеҙ.

VI. Синквейн төҙөү. Н.Мусин тураһында

1-се юл-1 исем (тема)- (Н.Мусин)

2- се юл-2 сифат(теманы аса)- илһөйәр, ғәҙел

3- сө юл- 3 ҡылым ( тема буйынса эш-хәрәкәтте таусуирлай)-ҡәҙерләй, йырлай, һаҡлай

4- се юл- һөйләм(темаға ҡарата ҡараш)- “Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк”

5- се юл- 1 һүҙ (темаға синоним)-тәбиғәт йырсыһы (13- сө слайд)

ØПредмет ара бәйләнеш

   -Уҡыусылар беҙ Ноғман Мусинды “тәбиғәт йырсыһы” тинек, ә бына билдәле рус яҙыусыһы Константин Георгиевич Паустовский “рус тәбиғәтенең йырсыһы” тип кемде әйтте икән? Һеҙ  уның әҫәрҙәре менән башланғыс кластарҙа танышып киттегеҙ. (Эйе, уҡыусылар ул Михаил Михаилович Пришвин)

М.М.Пришвин менән Ноғман Мусиндың оҡшаш яҡтарын әйтеп китәйек әле.

(икеһе лә тәбиғәтте ярата, Һәр миҙгеле менән һоҡлана беләләр, тәбиғәтте һаҡларға өндәп әҫәрҙәр яҙалар, кешеләрҙә кейектәргә, ҡоштарға ҡарата мәрхәмәтлек тәрбиәләйҙәр)

VII. Өй эшенә әҙерлек. Рефлексия

-Уҡыусылар бөгөн беҙ һеҙҙең менән Н.Мусиндың “Ҡоралайҙар” әҫәре тураһында һөйләштек. Тағы ла нимәләр тураһында белдегеҙ. (Таблицаға иғтибар. Нимәләр яҙҙығыҙ.Уҡыу).

ØУҡыусылар, һеҙгә дәрес оҡшанымы? Ә хәҙер экранға  күҙ һалығыҙ, бындағы рәсемдә нимәләр етмәй?Алдағы партала әҙер шаблондар ята, үҙегеҙгә оҡшаған сәскәләрҙе, ағастарҙы, кейектәрҙе ошо рәсемгә өҫтәп сығығыҙ. Нимә өҫтәүегеҙ тураһында һөйләгеҙ.

Ошо рәсемдәге урманды төҙөгән  кеүек тәбиғәтте һаҡлағыҙ, ағастар ултыртығыҙ, йәнлектәргә, ҡоштарға ярҙам итегеҙ.

ØАлдығыҙҙа ятҡан смайликтарҙы күрәһегеҙме. Дәрестә нисек  эшләүегеҙгә ҡарап ошо смайликтарҙы күтәрегеҙ. Рәхмәт!

ØӨйгә эш: 1. Әбделнәғим бабайға характеристика бирергә

                 2.Матур кеше- кескәй хикәйә төҙөргә

                 3. Ҡоралай һүрәтен төшөрөргә 

 

 VIII. Йомғаҡлау. Баһалау.

Дәресте йомғаҡлап нимә әйтергә була? Н.Мусин тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? (Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, “тәбиғәт йырсыһы” “төп эколог”, “матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк”, тәбиғәт һаҡлауға мохтаж)

         Дәрестә барығыҙ ҙа әүҙем эшләнегеҙ, афарин. Ошо матур  доньяларҙың  ҡәҙерен белеп, бер-берегеҙгә яҡшылыҡ ҡылып, беҙҙе уратып алған йән- эйәләренә, тәбиғәткә мәрхәмәтле булып, күҙҙәрегеҙҙән осҡон, йөҙҙәрегеҙән нурҙар балҡытып йәшәйек, Һау булығыҙ!