Фонетика. Графика.Орфография.Орфоэпия.

Телмәр өндәрен ниндәй фән өйрәнә?

  1. Графика
  2. Фонетика
  3. Лексика

Телмәрҙең иң ҡыҫҡа берәмеге нисек атала?

  1. Хәреф
  2. Өн
  3. Ижек

"Алма" һүҙендәге "а" өнө ниндәй өн?

  1. Һуҙынҡы
  2. Тартынҡы
  3. Талғын

"Ә" һуҙынҡыһы ниндәй төргә ҡарай?

  1. Ҡалын
  2. Нәҙек
  3. Иренләшкән

"Ы" һуҙынҡыһы ниндәй төргә ҡарай?

  1. Ҡалын
  2. Нәҙек
  3. Иренләшкән

Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар?

  1. 33
  2. 42
  3. 28

Ниндәй хәрефтәр ике тартынҡы өндө белдерә?

  1. Я,Е,Ю,Ё
  2. Ц,Ч,Щ
  3. У,Ү,В

Башҡорт телендә күплек ялғауҙары нисә төрлө килә?

  1. Биш
  2. Алты
  3. Ете
  4. Һигеҙ
  5. Дүрт

"Л", "М" ниндәй тартынҡылар?

  1. Яңғырау
  2. Һаңғырау
  3. Талғын

Һүҙҙә баҫым ҡайһы өнгә төшә?

  1. Һуҙынҡыға
  2. Тартынҡыға

Лексика. Һүҙъяһалыш. Орфография. Морфология.

Телдең лексик составын нимә тәшкил итә?

  1. Телдәге бөтә үҙ аллы һүҙҙәр
  2. Телдәге бөтә һүҙҙәр
  3. Телдәге ярҙамсы һүҙҙәр

Мышы һүҙе нисә мәғәнәле һүҙ?

  1. Бер мәғәнәле
  2. Күп мәғәнәле

Матур, һылыу, сибәр, гүзәл, ҡупшы. Был һүҙҙәр теҙмәһе нисек атала?

  1. Синоним
  2. Антоним
  3. Омоним

Күҙ, күҙ- ле, күҙ-гә, күҙ-лек һүҙҙәренең күҙ өлөшө нисек атала?

  1. Тамыр
  2.  Ялғау

Таш-сы, таш-лы, таш- лыҡ. Был һүҙҙәрҙең ялғауҙары нисек атала?

  1. Яһаусы ялғау
  2. Үҙгәртеүсе ялғау

Ҡайһы төркөмдәге һүҙҙәр дөрөҫ яҙылған?

  1. Фестивалға, лагерҙа, власте
  2. Приискыға, артисты, власты
  3. Фестивалгә, лагерҙа, часта.

Синыф-ҡа, бала-ны, ҡала-нан, китап-та һүҙҙәрендә ниндәй үҙгәртеүсе ялғауҙар?

  1. Күплек
  2. Эйәлек заты
  3. Хәбәрлек заты
  4. Килеш ялғауҙары

Һүҙ төҙөлөшөн өйрәнә торған фән нисек атала?

  1. Орфография
  2. Морфология
  3. Һүҙъяһалыш
  4. Синтаксис

Тимер, эш, баш, бел. Былар ниндәй һүҙҙәр?

  1. Тамыр
  2. Яһалма

Тимерсе, эшсән, башлыҡ, белгес. Былар ниндәй һүҙҙәр?

  1. Тамыр 
  2. Яһалма

Урман, ялан, дәфтәр, ҡәләм. Был ниндәй исемдәр?

  1. Яңғыҙлыҡ
  2. Уртаҡлыҡ

Ҡала, бала, тирәк. Был исемдәр яһалышы буйынса нисек атала?

  1. Тамыр
  2. Яһалма
  3. Ҡушма

 


Ҡылым.

Уҡый, яҙа, килә ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

  1. Үткән заман
  2. Хәҙерге заман
  3. Киләсәк заман

Бара, килә, эшләй ҡылымдары ниндәй һанда килгән?

  1. Берлек
  2. Күплек

Уҡыйым, уҡыйбыҙ ҡылымдары ниндәй затта килгән?

  1. 1- се зат
  2. 2- се зат
  3. 3-сө зат

Уҡый, яҙҙыҡ, барҙы ҡылымдары ниндәй төргә ҡарай?

  1. Үҙ аллы ҡылымдар
  2. Ярҙамлыҡ ҡылымдар

Кил, яҙ, уҡы ҡылымдары яһалышы яғынан ниндәй төргә ҡарай?

  1. Тамыр ҡылым
  2. Яһалма ҡылым

Кил, яҙ, эшлә ҡылымдары ниндәй һөйкәлештә килгән?

  1. Бойороҡ
  2. Хәбәр
  3. Шарт
  4. Теләк

Уйна, уйнағыҙ бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй затта килгән?

  1. 1- се затта
  2. 2-се затта
  3. 3-сө затта

Ҡайта, ҡайтығыҙ, уҡымай хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары ниндәй заманда килгән?

  1. Үткән заман
  2. Хәҙерге заман
  3. Киләсәк заман

 

Исем.

Кем? һорауына ҡайһы төркөмдәге һүҙҙәр яуап була?

  1. Хайуан атамалары
  2. Ҡош-ҡорт атамалары
  3. Кешене белдергән һүҙҙәр
  4. Йәнһеҙ әйберҙәр

"Эшсе" һүҙе яһалышы яғынан ниндәй һүҙ?

  1. Тамыр
  2. Яһалма
  3. Ҡушма

"Баҡса" һүҙенә ҡайһы күплек ялғауы ҡушылыр?

  1. -тар
  2. -дар
  3. -лар
  4. -ҙар

"Йәшәүем" һүҙе ниндәй эйәлек заты ялғауы ҡабул иткән?

  1. 1- се зат
  2. 2-се зат
  3. 3-сө зат

"Балаһына"һүҙе ниндәй килештә килгән?

  1. Эйәлек
  2. Төбәү
  3. Төшөм
  4. Урын- ваҡыт
  5. Сығанаҡ

"Ат" һүҙенә тамырҙаш булған һүҙҙе тап

  1. Атыш
  2. Атай
  3. Атлай
  4. Атлы
  5. Атҡан

"Директор" һүҙе ниндәй төркөмгә ҡарай?

  1. Профессиональ
  2. Интернациональ
  3. Диалект
  4. Иҫке һүҙ
  5. Яңы һүҙ

Бөгөн ҡала баҡсаһында ҙур байрам булды һөйләмендә ҡалын хәрефтәр яҙылған һүҙ ниндәй килештә килгән?

  1. Төп
  2. Эйәлек
  3. Төбәү
  4. Төшөм
  5. Урын- ваҡыт
  6. Сығанаҡ

Тест

Эйәлек заты ялғауҙарының аҫтына һыҙ.

Ат (-аң, -аһы, - ам)  тел(-ем, -ең, --е)   

 Өс нөктә урынына тейешле ялғау ҡуй.

Ҡайһы юл һуң түңәрәк? 

Ниндәй ҡош һуң етеҙерәк?

Дуҫтар... һүҙ... ошо:

Иң етеҙ ҡош- күңел ҡош...

Иң етеҙ ҡош- дуҫлыҡ ҡош...

Иң йылы ҡул- дуҫтың ҡул...

 

Арабыҙҙа- дуҫлыҡ юл...,

Бына һеҙгә минең ҡул...,

Һеҙгә йыр...- күңел ҡош...

Дуҫтар һүҙ... ошо.

(Ғ.Рамаҙанов)

Ҡырҙар...сығам. Минең ҡыр...!

Минең донъя..., минең шатлығ....

(Рәшит Назаров)

Һандуғас..., аҫыл ҡошо...,

Йоҡла, бәғер...,

Йоҡла иркә.., йоҡла бәпкә..,

Бәүкәй, бәлли- бәү.

Алмаҡай..., аппаҡай...,

Йоҡла, гөлкәй...

Кил, гөлкәй..., сибәркәй..,

Йоҡла, бәпкәй....

("Бишек йыры"нан.)



Сифат.

Сифат нимәне белдерә?

  1. Предметтың атамаһын
  2. Предметтың эшен
  3. Предметтың билдәһен
  4. Предметтың иҫәбен

Сифат исемде асыҡлап килһә, нимә менән үҙгәрә?

  1. Килеш менән
  2. Һан менән
  3. Зат менән
  4. Үҙгәрмәй

Таш йортта магазин урынлашҡан һөйләмендәге сифат ниндәй һүҙ төркөмөнән яһалған?

  1. Сифаттан
  2. Исемдән
  3. Ҡылымдан
  4. Һандан
  5. Алмаштан

Бүлмәләге гөлдәр аҡлы-ҡыҙыллы сәскә атты һөйләмендә яһалышы яғынан ниндәй сифат ҡулланылған?

  1. Тамыр
  2. Яһалма
  3. Ҡушма

Алыҫтағы тауҙар күгәреп күренә һөйләмендә сифат ниндәй төркөмгә ҡарай?

  1. Төп сифат
  2. Шартлы сифат

Ҡуян һорғолт төҫкә ингән һөйләмендәге сифат ниндәй дәрәжәлә килгән?

  1. Төп дәрәжә
  2. Сағыштырыу дәрәжәһе
  3. Артыҡлыҡ дәрәжәһе
  4. Аҙһытыу дәрәжәһе

Унынсы, бишенсе, егерменсе- был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

  1. Төп һан
  2. Рәт һаны
  3. Сама һаны
  4. Бүлем һаны
  5. Кәсер һаны
  6. Йыйыу һаны

Сама һандарының ялғауҙары нисек яҙыла?

  1. Ҡушылып
  2. Һыҙыҡса аша
  3. Айырым

Ниндәй һандарҙың ялғауҙары булмай?

  1. Төп һан
  2. Рәт һаны
  3. Сама һаны
  4. Бүлем һаны
  5. Йыйыу һаны