Мәктәп уҡыусыларының күбеһе өсөн синыф етәксеһе яҡын кешеләрҙең береһе булып тора, уны хатта кемдер ата-әсә рәтенә лә ҡуя. Тап класс етәкселәренә уҡыусы ҡыҙҙар һәм егеттәр ата-әсәләренә әйтә алмаған серҙәрен һөйләй, уларҙы өлкән дуҫтары кеүек күрә. Ләкин нисек уҡытыусы статусын күҙ уңынынан сығармай, социаль сиктәрҙе ҡуҙғытмай уҡыусыға яҡынайырға һәм тәрбиә процессын һиҙелмәҫлек итеп алып барырға?

Боронғо гректарҙың аҡыл эйәләре әйтеүенсә: “Уҡытыусы ҡулында уҡыусы йәш үҫенте кеүек, тик оҫта, үҙ эшен яҡшы белгәндәр генә был үҫентенән һомғол, ныҡлы ағас үҫтерә аласаҡ”. Шунлыҡтан уҡытыусылар өсөн тәжрибә һәм фекер алмашына торған   еңел булмаған эштәрендә яңы асыштар һәм яңы үрҙәр килтерһен, тигән теләктә ҡалам