Әҙәбиәт

Дауыт Юлтый(183-1938)-Ырымбур , Юлтый ауылында тыуа. Мәҙрәсәлә белм ала.Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.Әҫәрҙәре:шиғырҙары- Шинель, Сумка, ҡан баҙары- һуғыш темаһына, Айһылыу- поэма. Колхоз ойоштороу темаһы күтәрелә. Драмалары- Ҡарағол, Салауат һәм Пугачев, Урланған Көнһылыу, Тирмәндә, Йәнтүрә. Ҡарағол – драма. Төп геройҙары- Ҡарағол, ҡатыны,әсәһе Ҡыраубикә, ҡыҙы Таңсулпан, дуҫтары- Һөйөндөк, Ҡәҙерша, Вася. Дошмандары- поп Андрей, Әпкәләй, Ишмырҙа кантон. Идеяһы-азатлыҡ, башҡорт ерҙәрен һаҡлап ҡалыу, халыҡ- ара дуҫлыҡ. Ҡарағол ерҙе һаттырмау яғында, уны үлтерәләр.

Ҡан романы- Беренсе донъя һуғышын һүрәтләй. Автор үҙе был һуғышта була. Идеяһы- азатлыҡ,донъя һуғышының насарлыҡ килтереүен төшөндөрөү,тыныслыҡ өсөн көрәш. Төп геройҙар: Булат, Новиков, Байғужа, Индрил. Булат аша автор үҙенең күргәндәрен һүрәтләй.

Әхмәтзәки Вәлиди(1890-1970)- Ишембай районы, Көҙән ауылы. Уҡымыщлы, ғалим, белгес, тарихсы, Башҡорт республикаһын төҙөүсе. Төркиәгә китергә мәжбүр. Ҡыҙы менән улы бар. Халыҡ тарихын, тыуған яҡ тарихын өйрәнә. Үҙенең күргәндәрен Хәтирәләр исемле китабына яҙа.

Мөхәмәтша Буранғол(1888-1966) –Ырымбур өлкәһе Үргә Илъяс ауылында тыуа. Фольклор әҫәрҙәрен йыя, туплай. Урал батыр эпосын яҙып ала, һаҡлап алып ҡала. Драмалары: Иҙеүкәй менән Мораҙым,Башҡорт туйы, Ашҡаҙар, Зәңгәр шәл, Шәүрәкәй, Ялан Йәркәй. Башҡорт туйы-музыкаль драма. Идеяһы: ғәҙеллек, мәкерлеккә ҡаршы көрәш, Халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыу. Төп геройҙары-Гөлбикә, Юлдыбай,Гөлзифа,Әсмән, Һөрәйрә,Ханнан.Үтәғол, Йәнгилде.

Ғайнан Хәйри (1903-1938)- Нуриман районы Иҫке Күл ауылы. Хикәйәләре- Сабата, Командир, Мөхәммәт, Уҡытыусы. Ҡатын, Кооператорҙар-повестары. Боролош- тәүге роман. Идеяһы- революция осорон һүрәтләй. Революцияның ыңғай, кире яҡтарын һүрәтләй. Төп геройҙар-Ғариф бай, Мирза мулла, Шәмси, Ғәли, Вахит, Сабира.

Һәҙиә Дәүләтшина(1905-1954) – Һамар губернаһы, Оло Чернигов районы, Хәсән ауылында тыуа. Репрессияға эләгә. Хикәйәләре- Һылыуҡай пионерка,Һырға һабағы. Повесы- Айбикә, Ялҡынлы йылдар. Романы-Ырғыҙ. Ырғыҙ буйы һүрәтләнә. Ундағы көрәш тарих менән бәйле рәүештә һүрәтләнә. Беренсе донъя, революция был романда сағылыш таба. Төп геройҙары- Айбулат, уның ҡатыны Гөлйөҙөм, Ниязғол бай, Үмәр ҡарт, Ниязғол ҡатындары Рәхимә, Ғәзимә, Миңлекәй,Имай Ниязғолдоң улы, Айбулатты үлтерәләр.

Сәғит Мифтахов(1907-1942)- Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылы. Драмалары- Балҡанда, Күктән төшкән Һөрәйрә, Ялан ҡыҙы, Пандар илендә. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт- Һаҡмар драмаһының дауамы. Колхозлашыу осоро һүрәтләнә. Шәхес, мөнәсәбәттәр, коллектив, ғаилә проблемалары күтәрелә. Төп геройҙар- Юлай- колхоз председателе, ҡатыны тракторист- Айһылыу,Йәркәй- тракторист, Сәрби- Юлайҙың әсәһе,Наум Петрович.

Ғәлимов Сәләм-1911-1939) Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы. Шиғырҙары- Республикам иртәһе, Һәйкәл, Ғүмер, поэмалары-, Шоңҡар, Өс йыр,Бала. Бала поэмаһы -бала, шәхес, эш, ғаилә проблемаһы күтәрелә. Төп геройҙар- Зәйнәп, Сәйҙел,Әршит,Нәзирә. Бала бәғер ите- тигән мәҡәл аша тәрбиә бирелә.

Рәшит Ниғмәти-1909-1959- Һамар өлкәһе Диңгеҙбай ауылы.Халыҡ шағиры- 1959 йыл бирелә.Шиғырҙарының төп темаһы- Ватанды һөйөү. Бөйөк ватан һуғышына арналған шиғырҙар- Тыуған илем, Әсә һүҙе, Үс ал, патриот; поэмалары- Үлтер улым фашисты- тыуған илгә һөйөү, уны дошмандан һаҡлау идеяһы күтәрелә, Һинең кәләшеңдең хаттары- мөхәббәт хистәре менән бер рәттән тыуған илгә һөйөү һүрәтләнә, Һаҡмар ҡыҙы- һуғыштан һуң кешеләрҙең яңы тормош өсөн хеҙмәте һүрәтләнә, төп геройҙары (Фәтхел, Гөлгөл,Байрам, Яппар).

Баязит Бикбай-1909-1968- Көйөргәҙе районы Ҡалта ауылы, С.Юлаев премияһы лауреаты.Драмалары Ҡарлуғас, Салауат, Ҡаһым түрә. Повестары- Тере шишмәләр, Аҡсәскә, Романдары- Аҡселән ташҡанда. Опералары- Ҡоҙаса, Шәүрә, Замандаштар. Ҡарлуғас- драма. Төп геройҙары-Ҡарлуғас,уның дуҫ ҡыҙҙары-Әсҡәп,Гөлйемеш; Шатморат- уның егете,. Кире геройҙар-Әлмәт бай, Баяр Садовский, Абсатый ҡарт. Ер һатыу проблемаһын күтәрә, 1773-1775 йылдар һүрәтләнә. Аҡсәскә- повесть. Шәхес культы, уның эҙемтәләрен һүрәтләй, Ғаилә яҙмышы һүрәтләнә.Төп герой-Нәғимә, ҡыҙы Аҡсәскә, ире- Әхмүш. Нәғимәнең атаһы ҡулға алына, Әхмүш ҡурҡып ҡыҙы менән ҡатынын ташлап китә.

Зәйнәб Биишева-1908-1996 Күгәрсен районы Туйымбәт ауылы. Халыҡ яҙыусыһы, с.Юлаев премияһы лауреаты..Трилогия-Яҡтыға(Кәмһетелгәндәр,Оло Эйек буйында, Емеш). Повестары- Сәйер кеше, Уйҙар, уйҙар, Ҡайҙа һин Гөлниса, Дуҫ булайыҡ. ,драматик поэмалары- Тылсымлы ҡурай, Зөлхизә, нәҙер., Хикәйәттәре- Һөнәрсе менән Өйрәнсек, Мөхәббәт һәм нәфрәт.Тылсымлы ҡурай- Ирәмәл батыр, Кинйәбай,Алтынбай,Юха,Сәсән,Алсынбай, Ай,Ер- Әсә. Темаһы- яуызлыҡ менән яҡшылыҡ көрәше.Халыҡтың көсөн, ҡеүәтен, ныҡлығын һүрәтләй. Кәмһетелгәндәр- Яҡтыға трилогияһының беренсе романы. Тема- халыҡ тормошо, беренсе донъя һуғышы, революция. Халыҡтың ауыр тормошо. Төп геройҙар- Байгилде, Сәғүрә, балалары- Йәнеш Бибеш, Емеш, Иштуған., Сыуаҡай әбей, Ҡормош бай, Хаммат, Тимербай.

Назар Нәжми- 1918-1999- Дүртөйлә районы Миңеште ауылы. Халыҡ шағиры, С. Юлаев премияһы лауреаты.Шиғырҙары- Ватан, Тыуған ил тураһында һүҙ. Йыр тураһында баллада- Мәлих Харисҡа бағышлана. Бөйөк Ватан һуғышы темаһы.Урал- поэма. Төп геройҙары- Ят кеше, Ишбулла. Ят кеше тыуған илдән ситтә йәшәй. Илен һағына. Ишбулла уға тыуған ил ҡәҙерен аңлата. Шағир Һәм Шаһ-поэма. Шаһ шағирҙың үһен маҡтауын көтә, ләкин шағир баш тарта. Шағир ғәҙеллек яҡлы, хаҡлыҡ яҡлы.