Инеш

Мин  Борай районы Вострецово ауылында тыуғанмын. Әлеге ваҡытта беҙ Ағиҙел ҡалаһында йәшәйбеҙ. Бала саҡтан уҡ барлыҡ көсөмдө һалып ныҡлы белем алырға, ата-әсәйемдең ышанысы, терәге булып үҫергә тырышам. Беренсе синыфтан уҡ мин башҡорт телен өйрәнәм. Башҡорт теле дәрестәре бик ҡыҙыҡлы үтә. Беҙ дәрестәрҙә бик күп яңылыҡтар менән танышабыҙ, һәр дәрестә беҙ үҙебеҙ өсөн яңы асыштар асабыҙ. Дәрестә бөгөнгө көн, уның тарихы, атаҡлы шәхестәр, билдәле яҙыусылар, шағирҙар тураһында һөйләшәбеҙ. Уҡытыусыбыҙ, Шәкирә Миңлегәрәй ҡыҙы беҙгә бишенсе синыфта уҡыған саҡта шәжәрә тураһында һөйләне. Шул ваҡыттан алып мин үҙемдең шәжәрәмде, тыуған ауылымдың тарихы, ата- бабаларымдың үткәне менән ҡыҙыҡһына башланым. Бишенсе синыфта мәктәптә үтәкәрелгән шәжәрә байрамында, үҙемдең төҙөй башлаған шәжәрәм менән таныштырҙым. Хәҙер инде шәжәрәмә ҡушып ауылым тарихын, ауылымдың данлыҡлы улы Степан Сергеевич Вострецов, туғандарым, ауылыбыҙ эргәһендәге ер-һыу исемдәре тураһында белешмәләр ҙә өҫтәнем.

Эштең актуаллеге: ғилми-эҙләнеү эшемдең бөгөнгө көндә бик актуаль булыуын заман үҙе раҫлай. Ололар бит юҡҡа ғына әйтмәгән: “Тарихын, үткәнен белмәгән халыҡ киләсәкһеҙ”. Быны ата- бабаларыбыҙ яҡшы аңлаған һәм элек-электән шәжәрә төҙөгән, быуын салбарын өҙмәҫ өсөн барлыҡ көсөн һалған.

Эштең маҡсаты: Борай районы Вострецово ауылының килеп сығыу тарихын өйрәнеү, ауылымдың үҫешендә туғандарымдың өлөшөн һәм шәжәрәне өйрәнеү

Эштең бурыстары: - Борай районы Вострецово ауылының тарихы республикабыҙ тарихы менән бәйле икәнен күрһәтеү.  

   - Ауылым тарихына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе өйрәнеү, асыҡлау.

   - Ата- бабаларымдың тарихын өйрәнеү.

Тикшереү обьекты: Борай районы Вострецово ауылы, Вәлиевтар шәжәрәһе.

Тикшереү предметы: тыуған яҡ тарихын өйрәнеү

Ғилми- эҙләнеү эшемде башҡарғанда бик күп белешмәләр, китаптар менән таныштым, өләсәйем, ҡартатайым һәм башҡа туғандарым менән аралаштым. Иң ҙур ярҙамсым ата-әсәйем, туғандарым булды.

Төп өлөш

  1. Борай районы тураһында белешмә

         Борай районы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Ул 1930 йылда ойошторола. Майҙаны 1820 км2. 1979 йылда районда 39,2; 1989 йылда- 29,7, 1995 -29,2 мең кеше иҫәпләнә. Райондың төп халҡы башҡорттар, татарҙар, удмурттар. Район үҙәге- Борай ауылы. Уға 1610 йылда нигеҙ һалына. Унда 7,7 мең кеше йәшәй. Борай ауылы Өфөнән 152 км, Яңауыл тимер станцияһынан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Район территорияһы Иҙел буйы тигеҙлегендә һәм Иҙел түбәнлегендә урынлашҡан. Шулай уҡ төньяҡ урманлы дала зонаһына ла ҡарай. Бындағы климат йылы, бер аҙ ҡоро. Районда Етеҙ Танып йылғаһы аға. Урманы бөтә ерҙең 17% тәшкил итә.

Район территорияһында нефть ятҡылыҡтары табылған. Шулай уҡ (Зәк, Борай, Казанка, Мулла ауылдары эргәһендә кирбес эшләү өсөн ҡом да алына.

Ауыл хужалығы мөһим роль уйнай. Игенселек, малсылыҡ, сусҡа аҫырау алға ебәрелгән.Улар барыһы сәнәғәтселектең 85% тәшкил итә. Хәҙерге көндә 17 ауыл хужалағы кооперативы,145 фермерҙар хужалығы бар. Сәнәғәтселекте ҙур булмаған нефть етештереү, май-сыр эшләү, ауыл хужалығы техникаһын төҙөкләндереү, урман әҙерләү, етештереү, төҙөлөш материалдары эшләү кеүек ойошмалар, заводтар тәшкил итә.

Район территорияһынан Өфө- Яңауыл магистраль юлы үтә.

Районда 63 белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 20 урта мәктәп, 34 китапхана,73 клуб, 3 дауахана бар. Борайҙа тарихи һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Вострецово ауылында С.С.Вострецовҡа арналған музей бар.Район ауылдарының 66% газ үткәрелгән. Районда “Алға” исемле татар телендә газета сығарыла. Уның тиражы -6500 дана тәшкил итә.

1.1 Казанцево (Вострецово) ауылының килеп сығыу тарихы

Казанцево ауылы тәбиғәттең бик матур ерендә урынлашҡан. Ауылға яҡын ғына Ағиҙел йылғаһы аға. Тирә- яғын быуаттар буйына үҫкән ағастар биҙәй. Элек Ағиҙел йылғаһында балыҡ, эргәһендәге яландарҙа сабынлыҡ ерҙәре мул булған. Кешеләрҙе ул ерҙәр байлығы, матурлығы, уңышлы тупрағы менән үҙҙәренә тартҡан да инде.

         Ауылдың килеп сығыу тарихы ике төрлө вариантта йөрөй. Беренсе вариант буйынса 1817-1817 йылдарҙа Сарапул өйәҙе, Вятка губернаһынан 41 крәҫтиән күсеп ултырған. Икенсе вариант буйынса Сталыпин реформаһы ваҡытында Казанцев исемле помещик был ерҙәрҙе һатып алған. Шуға ла был ауылға Казанцево тип исем биргәндәр.

         Ауылдағы оло йәштәге кешеләр тағы ла бер төрлө вариантҡа туҡтап ҡалалар: ауыл исеме Ҡазан алла-әсәгә бағышланып аталған тиҙәр.

Ауыл Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Йәлдәк волосына ҡарай башлай. 1842 йылда ауылда 40 хужалыҡта 253 кеше булған. Улар 250 һыйыр, 170 ат, 150 һарыҡ, 40 кәзә, 70 сусҡа, шулай уҡ 50 умарта, 2 тимерселек тотҡан. Ауылда сиркәү ҙә булған. 1870 йыда инде ауыл халҡы 445 кешегә тиклем артҡан. Хужалыҡ та 72 булған. Ауыл халҡының 2 тирмәне. 5 магазины булған. Һәр аҙнаның кесаҙнаһында баҙар көнө ойошторолған. 1920 йылда 147 хужалыҡта 768 кеше йәшәгән. Казанцево пристане лә төҙөлгән, унда 4 хужалыҡта 60 кеше йәшәгән.  Яңы Ҡарға ауылы Борай районының бик матур урынында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Тәбиғәт, һауа торошо уртаса. Йәнлектәр, үҫемлектәр донъяһы бик бай, төрлө- төрлө. Урмандары ҡатнаш: ҡайын, имән, уҫаҡ, саған,ҡарама, ҡарағай, ҡарағас, шыршы, ҡара шыршы. Ағиҙел йылғаһы буйында меңйәшәр ҡарамалар үҫә. Улар ҡыҙыл китапҡа индерелгән һәм закон менән һаҡлана.

Йәнлектәр донъяһын төлкө, ҡуян, бүре, бурһыҡ, мышы, илек, ҡабан сусҡаһы, йомран, шәшке, терпе, тейен тәшкил итә. Элегерәк һеләүһен бик күп булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы улар хәҙер осрамай. Йылғаларында шамбы, суртан, алабуға, йәйен, сөгә һәм башҡа бик күп төрлө балыҡтар осрай.

Яңы Ҡарға ауылында күп милләт халҡы дуҫ йәшәй. Бында башҡорттар, татарҙар, рустар, марийҙар бар.

Яңы Ҡарға ауылының тарихы 1896 йылдарға барып тоташа. Был ауыл нигеҙенә тәүге таш һалыусылар Дүртөйлө районынан булалар.

Әлеге урынға 6 ғаилә күсеп килеп ултыра. Беренселәрҙән булып Фәйзрәхмәнов Фәйзрәхмән, Мәғдәнов Багданур, Мирзәйәнов Мирзәйән, Нафиҡов Нәзәт, Насыров Шәйхулла, Шәмсетдинов Шәмсетдин килеп ултыра.

         Иң беренсе улар Йыраҡ баҫыу тип аталған ерҙә урынлашалар, ә аҙаҡтан Һалҡын шишмәгә күсенәләр. Һалҡын шишмә Яңы Ҡарға ауылына 8 км йыраҡлыҡта урынлашҡан. Күпмелер ваҡыттан инде хәҙерге урынға күсеп ултыралар. Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Бөгөнгө көндә Яңы Ҡарға ауылы Казанцево ауылы менән тоташҡан.

1.2 Ауыл халҡының көнкүреше, хужалығы

Крәҫтиәндәрҙең тормошо, йәшәйеше бик ауыр була. Улар иртәнән кискә тиклем,ғаиләһен туйҙырыр өсөн баҫыуҙа эшләргә мәжбүр булалар. Үҙ баҫыуҙарында арыш, тары ярмаһы, борсаҡ, ә тау итәктәренә ҡарабойҙай, һоло, йылға буйҙарына етен сәскәндәр. Игенселектән башҡа ауыл халҡы малссылыҡ, балыҡсылыҡ, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгәндәр.

Крәҫтиән хужалығы бик ярлы була. Уларҙың өйҙәре ҡарағай, ҡараҡас ағасынан эшләнгән. Өй ҡыйыҡтары имән ҡайырыһы, бесән, ҡамыш менән ябыла. Өйҙәрҙе бәләкәй генә итеп төҙөр булғандар. Барлыҡ хужалыҡ өйҙән, һарайҙан торған.

Бай, хәлле кешләрҙең өйҙәре ике ҡатлы, ныҡлы булғандар. Ауылыбыҙҙа йәшәүсе Конина Алла Трофимовна ошоларҙы һөйләне:

“ Купец Грезин Михаил Даниловичтың өйө ике ҡатлы, кирбестән эшләнгән ашлыҡ киптереү өсөн амбары ла бар ине. Был амбар 1884 йылда төҙөлә. Хәҙерге көнгә тиклем һаҡланған. Йылға буйындағы пристандә уныҡы ине. Пристань эргәһендә склады ла бар.

         Революциянан һуң амбарҙа балалар уҡытыу өсөн мәктәп ойошторола, ә аҙаҡтан унда ауыл клубы асыла. Өй һәм амбарҙан башҡа хужалыҡта бер нисә склад һәм башҡа кәрәк- яраҡтар һаҡлау өсөн биналар булған. 30- сы йылдарҙа уларҙы Грезиндан тартып алып ауыл халҡы ҡарамағына биргәндәр.

         Крәҫтиәндәрҙең өйҙәре генә түгел, хужалыҡ, көнкүреш әйберҙәре лә бик ябай булған. Ауыл халҡы ағастан һәм балсыҡтан эшләнгән һауыт- һаба ҡуллана. Һауыт- һабаға шулай уҡ йәшелсә тоҙлау өсөн оло ағас мискәләр, һыу өсөн оло ағас һауыттар ҡапҡасы менән эшләгәндәр. Шулай уҡ ағастан биҙрәләр, сынаяҡтар, кәсәләр эшләгәндәр.

         Ҡыш көндәре төрлө ерҙәргә йөрөү өсөн ат саналары, кашауайҙар ҡулланғандар. Кашауайҙарҙы матур итеп биҙәп, сырлап эшләгәндәр, йәй көндөре инде тарантастарҙа, арбаларҙа йөрөгәндәр. Шулай уҡ ауыл кешеләре саңғылар ҙа эшләй торған булғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көнгәсә улар һаҡланмағандар. Кәмәләрҙе ауылда бөгөнгө көндә лә эшләйҙәр.

         Крәҫтиәндәрҙең кейеме бик ябай етендән һуғылыған булған. Кейемде улар сигеүҙәр менән биҙәгәндәр. Итектәрҙе байрам көндәрендә, сиркәүгә барғанда ғына кейә торған булғандар. Иң ябай, уңайлы, киң таралған аяҡ кейеме сабата була ул заманда.

         1870 йылдан алып Казанцево ауылында аҙнаға бер тапҡыр йәрминкә үткәрелгән. Ул йәрминкә яҡынса 100 йыл буйына үткәрелгән. Бында күрше ауыл халҡы ғына түгел, тирәүяҡтан, Дүртөйлө районынан да кешеләр килер булған. Был йәрминкәлә төрлө хужалыҡ әйберҙәре: саналар, кәрзиндәр, көйәнтәләр, аҙыҡ-түлек: кәбеҫтә, ит, май, картуф, һуған, шулай уҡ бесәй балаларына тиклем һатҡандар. Йәрминкә көн буйына барған кешеләр әле лә йәрминкә көндәрен һағынып иҫкә алалар.

         1899 йылда Казанцево ауылында сиркәү төҙөлә. Сиркәү бик матур була. Ауыл аҡһаҡалы Сальников Иван Степанович һөйләүенсә ул күк йөҙө төҫлө зәңгәр төҫтә була, ә алтын ялатылған тәре ҡояшта ялтырап күҙ яуын алып торор булған. Сиркәү эргәһендә поптарҙың өйө була. Беренсе поп Владимир исемле, ә икенсеһе Жельвицкий фамилиялы поляк була.

         Ауыл халҡы эшкә тырыш, уңған булыуҙары менән генә дан тотмайҙар, улар бик матур итеп ял да итә беләләр. Йылына ике тапҡыр- йәй башында һәм көҙ көнө дини байрам үткәргәндәр. Был көндәрҙә сиркәү ҡыңғырауҙары иртәнән кискә тиклем һуғып башҡа ауылдарҙан да ҡунаҡтар саҡырыр булған. Килгән ҡунаҡтар менән сиркәүгә йыйылып аллаһы тәғәләгә арнап байрам доғаларын тыңлағандар, тәре, икона күтәреп урамдан урамға, өйҙән- өйгә йөрөгәндәр. Кискә инде йәштәр байрам үткәргәндәр, бейегәндәр, йырлағандар, бәүелдергестәрҙә бәүелгәндәр. Дини байрамдар ғына түгел башҡа байрамдар ҙа ойошторолған. Улар төрлө эштәр бөткәс үткәрелгән. Ҡыш көнө- Раштыуа, Масляница, яҙ- Пасха,йәй- Троица, Спас.

         Казанцево ауылында әлеге көндә лә элекке йолалар менән йәшәүселәр бар. Улар элек ауылдың 1/3 өлөшөн тәшкил итһә, хәҙер 7-8 генә кеше. Ауылдың башҡа кешеләре- мирские тип йөрөтөлә.

         1933 йылда сиркәү юҡҡа сығарыла. Поп өйөн дауахана һәм башланғыс мәктәп итеп үҙгәртәләр.

         Батша Николай I заманында уҡ Казанцево ауылында иген ҡабул итеү өсөн амбар төҙөлә. Оло кешеләр әйтеүе буйынса, 4 ағас бура Ағиҙел йылғаһы буйында урынлаша. Был амбарҙар Борай ауылында йәшәүсе Шәрәфи исемле байҙыҡы булалар. Пристандә уныҡы була. Әҙер бойҙай складтарға бушатылған, ондар инде ҡапсыҡҡа тейәлеп баржа менән төрлө ҡалаларға   оҙатыла бара. Шәрәфи байҙың 1930 йылдарҙа бөтә булған байлығы, амбары ла хөкүмәт тарафына күсә. Был амбарҙың беренсе директоры Хоҙайҙәтов Фиккый була.

         1929-1930 йылдарҙа Яңы Ҡарға ауылында колхозлашыу осоро башлана. Колхоз “Вәлйәз” тип атала. Ауыл эргәһендә аҡҡан йылға исеме бирелә.Беренсе председатель итеп Ғәлимов Хәсән билдәләнә.

Казанцево ауылында икенсе колхоз төҙөлә, уны “Микоян” тип атайҙар. Колхоз председателе Некрасов исемле кеше билдәләнә. Ауылыбыҙҙың оло кешеләренең береһе Сәмиғуллина Тәскирә Хәмиҙулла ҡыҙы һөйләүенсә, барлыҡ эштәр ҙә ҡул менән башҡарыла. Сәсеү, урыу, ашлыҡ һуғыу, арҡан ишеү, юкә ҡайырыһы тунау, унан төрлө буяуҙар эшләү ҡулдан башҡарыла. “Вәлйәз” колхозында һыу тирмәне лә була.

         1937 йылда Казанцево пристане республика һыу юлы транспорты системаһына күсерелә. Бында “Заря”, “Восход”, “Катер”, “Ракета” исемле катерҙар йөрөй. Улар халыҡ өсөн бик уңайлы транспорт булып тора. 1958 йылда Яңы Ҡарға ауылында нефтебаза асыла. Уның маҡсаты: районды нефть продукттары менән тәьмин итеү. Ағиҙел йылғаһы буйлап танкерҙар менән яғыулыҡ та ташыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 2002 йылда был нефтебаза эшләүҙән туҡтай.   

II Туғандарым, ғаиләм тарихы

Минең ҡартатайым Вәлиев Рәзиф Мәхмүт улы 1940 йылда Борай районы Шабай ауылында тыуа. Ул 1960 йылда Совет армияһы сафына алына. Хәрби хеҙмәтте Сахалин утрауында үтә. Ул яҡшы хеҙмәте өсөн старшина званиеһына тиклем үрләтелә. Үҙенең хеҙмәт юлын ауыл хужалығында водитель булып башлай. Ваҡыт үтеү менән ул мастер итеп үрләтелә. Тырыш ҡартатайым уҡыуға, белемгә ынтыла. Ситтән тороп Куйбышев ҡалаһының технологик техникумына уҡырға инә. Техникумды уңышлы тамамлап Вострецово ауылында баш инженер булып эшләй башлай. Баш инженер булып 44 йыл эшләп хаҡлы ялға сыға.

Өләсәйем 1940 йылда Борай районы Йәлдәк ауылында тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бала саҡтан етем ҡала. Ауыл мәкәтәбен тамамлап, колхозда эшләй башлай. Илебеҙ өсөн ауыр йылдар була ул осор. Бик күп ҡыҙҙар менән Ленинград өлкәһенә торф әҙерләү өсөн эшкә ебәрелә. Бында 3 йыл эшләргә тура килә. Тыуған яҡтарына ҡайтып, кейәүгә сыға һәм Вострецово ауылына күсеп киләләр. Ошонда уҡ ҡартатайым менән бергә икмәк әҙерләү комбинатында эшләй. Тырыш өләсәйемде иң яуаплы эштәргә ҡуялар. Ул да ошо уҡ ойошмала хаҡлы ялға тиклем тырышып эшләй.

         Ҡартатайым да, өләсәйем дә тырыш хеҙмәттәре өсөн маҡтау ҡағыҙҙары, маҡтау билдәләре менән бүләкләнә. Ҡартатайым армияла хеҙмәт иткән ваҡытта уҡ партия сафына инә һәм оҙаҡ йылдар колхозда парторг булып эшләй. Ул ауыл тормошонда актив ҡатнаша. Уны ауылда бик ныҡ хөрмәт итәләр, әле лә уға кәңәш менән киләләр. Өләсәйем Рая бик матур итеп ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй. Ауыл кешеләренә әле лә бәйләп бирә. Минең өләсәйем ауылда танылған йырсы. Уларҙы йыш ҡына төрлө юбилейҙарға, туйҙарға саҡырылар.

Өләсәйем яҡлап ҡарт ҡартатайым Әҙһәм колхоз рәйесе булған. Бөйөк Ватан һуғышында Сталинрад ҡалаһы өсөн барған һуғышта һәләк була. Ҡарт өләсәйем ошо ваҡытта колхозда эшләй. Ире Әҙһәм үлгәс, Баҡый исемле кешегә кейәүгә сыға. Улар бик матур итеп донъя көтәләр. Ҡарт ҡартатайымды үҙ улы кеүек тәрбиәләй, үҫтерә. Баҡый ҡартатай бригадир булып эшләй.

Ҡартатайымдың атаһы Мәхмүт Свердловск ҡалаһында Уралмаш заводында эшләй. Ошонан һуғышҡа алына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул да Мәскәү өсөн барған һуғышта һәләк була. Уның ике туған ағаһы Шәкиров Илдар Мәскәү ҡалаһының хәрби академияһын тамамлай. Краснодар ҡалаһында хәрби училищела уҡыта. Тыуған яҡтарын һағынып, хаҡлы ялға сыҡҡас Борайға ҡайта. Хаҡлы ялғы полковник дәрәжәһенә етеп сыға. Хеҙмәтенең һуңғы йылдарында Балаҡатай районында военком булып хеҙмәт итә.

Бөгөнгө көндә минең ҡартатайым, өләсәйем ауылда йәшәйҙәр. Беҙ,атайым, әсәйем, апайым һәм мин яйы сыҡҡан һайын улар янына ашығып, һағынып ҡайтабыҙ.

         Мин әсәйем яҡлап та туғандарымдың шәжәрәһен өйрәндем. Ҡартатайым Әхмәтғаян 1926 йылда тыуа. Уны 1941 йылда һуғышҡа алалар, ләкин ниндәйҙер сәбәп менән Свердловск ҡалаһында Уралмаш заводында эшкә ҡалдыралар. Һуғыш өсөн был заводта танкылар төҙөлә. Был эш бик ауыр һәм яуаплы була. Улар көндәр, төндәр буйы станоктар янынан китмәйенсә эшләйҙәр.Ошо заводта ҡартатайым 15 йыл эшләй. Үҙенең тормош юлында минең өләсәйемде Луизаны осрата һәм улар өйләнешәләр. Өйләнгәс Башҡортостанға ҡайтырға булалар. Ҡартатайым электрик булып эшләй башлай. Өләсәйем ашлыҡ етештереү комбинатында эшләй, ә аҙаҡтан пристангә матрос булып күсә. Луиза өләсәйем бик оҫта ҡуллы . Ул теккән, сиккән әйберҙәр Борай ауылы ҡыҙҙарының бирнәләрен матурлап, байытып торған. Өләсәйемдең ҡул эштәре Өфө ҡалаһының музейында ла урын алған.

Ҡарт ҡартатайым Әүҙәх Сталинград өсөн һуғышта һәләк була. Уның атаһы, минең өсөнсө быуындағы ҡартатайым Баһауетдин, Илеш районында билдәле мулла була. Балалары ла кешеләр араһында ислам динен тарата, аҡыллы, белемле кешеләр була. Луиза өләсәйемдең ағаһы, Тимерхан һуғыщ ваҡытында Илеш районының мәғариф мөдире булып эшләй. Башҡа ағалары һуғышта үлеп ҡалалар. Балалары юғары белем алып маҡтаулы уҡытыусы, врач һәм башҡа өлкәләрҙә эшләйҙәр.

Мин атайым, әсәйем яҡлап туғандарымдың тарихын, шәжәрәһен өйрәнеүҙе киләсәктә лә дауам итәсәкмен. Был оло эш бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс. Ошо яҙмаларым, эштәрем туғандарыма яҡындары тураһында мәғлүмәт алыуға ярҙам итһә, мин сикһеҙ шат булыр инем.

Йомғаҡлау

Хәҙерге көндә минең ҡартатайым менән өләсәйем ауылда йәшәйҙәр. Улар икеһе лә хаҡлы ялда. Бөгөнгө көндә дуҫ булып, шатлыҡта ғына, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына шатланып йәшәйҙәр. Беҙгә үҙҙәренең кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙам итәләр.

Мин үҙемдең алға ҡуйған бурыстарымды тулыһынса үтәп сыҡтым тип әйтергә була. Был ғилми эш менән шөғөлләнгәндә туғандарым тураһында бик күп яңылыҡтар белдем, үҙем өсөн асыштар эшләнем. Үҙ аллы Борай районы тураһында тарихи документтар, яҙмалар ҡарап, уҡып сыҡтым. Ғаиләбеҙ тарихын өйрәнгәндә ҡартатайым , әсәйем  бик оло ярҙам күрһәтте.

Улар ярҙамы менән мин туғандарымдың тарихын, шәжәрәһен, тыуған яғыбыҙҙың үткәне менән таныша алдым.

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

 

  1. Р.Шәкүр. Халҡыбыҙҙың этнодемографик үҫеше хаҡында уйланыуҙар һәм күҙәтеүҙәр// “Ватандаш” №1, 2001