Беҙҙең ғаилә байрамы.

Ямаловтар ғаиләһе шәжәрәһе.

Ырыуыбыҙ- Йәлдәк

Арабыҙ- Ҡыр- Йәлдәк

Ағасыбыҙ- ерек

Ораныбыҙ- тоҡсаба

Тамғабыҙ- ҡаҙаяҡ, һәнәк, әүернә, уҡ-йәйә, ҡаҙ аяғы

Сәхнәлә милли кейемдә хужалар.

Һаумыһығыҙ ырыуҙаштар,

Ҡан-ҡәрҙәштәр, ерҙәштәр,

Ҡайнар сәләм, рухташтар,

Фекерҙәштәр, серҙәштәр!

 

Сәләм туған- нәҫелдәрен

Ҙурлап ҡайтҡан дуҫтарға,

Тимәк изге хәбәр еткән

Алыҫ- яҡын остарға!

 

Ата- баба төйәгенә

Хуш киләһегеҙ!- тибеҙ.

Байрамыбыҙ түренә

Рәхим итегеҙ!- тибеҙ

 

Алып барыусы:(Скрипкала “Шишмә”, “Шәл бәйләнем” көйҙәре уйнала, экранда ғаиләнең тормошон сағылдырған презентация)

Тәбиғәттең алтын миҙгелендә

Гөрләп үтә туйҙар, байрамдар.

Ҙур йола бар беҙҙең илебеҙҙә-

Ғаилә, нәҫел, ырыу данлайҙар.

Ырыу ағасының тамырҙарын

Хөрмәт менән иҫкә алайыҡ,

Ғаиләбеҙҙең бөгөн ҙур тарихын

Илдең тарихына яҙайыҡ.

Көҙөн осҡан күсмә ҡоштар кеүек

Килеп төштөк төрлө тарафтан.

Ике йылға ҡуйынына инеп,

Йәш ҡалабыҙ- Ағиҙел ҡалҡҡан.

Һөйләп китмәк булам бөгөн һеҙгә:

Ямаловтар татыу ғаиләһе

24 йыл инде беҙ ҙә

Ағиҙелдә татыу йәшәйбеҙ.

Ранус Рәзиф улы Дүртөйлөнән

Һабанай ауылы Ибраһим ейәне.

Алты бала араһында икенсеһе-

Тырыш, эшсән ғаиләнән булыр.

Ата- әсәһенә ярҙамсыл ул,

Туған йәнле, киң күңелле.

Хәстәрлекле ғаилә башлығы-

Туғандарға ҙур таяныс үҙе.

Атаһы Рәзиф ҙур йорт һалып,

Мул хужалыҡ тотоп ауылда,

Әсәһе Фәнәһиә менән парлап

Тырыш хеҙмәт итте колхозда.

Көндө төнгә ялғап комбайнда

Иген урҙы йәйен, көҙҙәрен,

Электрик эшен намыҫ менән

Ҡышын колхозында үтәне.

Һауынсының ауыр эшенән бер ҙә

Әсәһе Фәнәһиә ялҡманы.

Һыуыҡ тимәй, ямғыр тимәй көн дә

Йырлай- йырлай эшен башҡарҙы.

Эйе, йырлап, сөнки ире Рәзиф

Оҫта гармунсы ла, моңо ла бер

Яҡшы парҙарҙың, хәстәре лә,

Олоғайған көнөндә бәхете лә.

Ҡарт атайҙар, әсәйҙәр ризалығын

Алам тиһәң, ҡара, ташлама.

Тап бына шулай ҡаранылар,

Атайҙарын, һуғыш ветеранын,

Улы Рәзиф Фәнәһиә менән,

Фидрат улы Рәүиә менән

Туҡһанғаса, йола ҡушҡанса.

Балаларҙың уңыштарын күреп,

Бәхет- шатлыҡтарға төрөнөп,

Ярҙамын дә хәстәрен дә күреп

Йәшәй улар бөгөн һөйөшөп.

Һөйөнмәҫлекме ни? Ранус улы

Оҫта ҡуллы, бөгөн нефтсе,

Водитель дә булды, кәрәк икән-

Тимер иретеп ҡороусы.

Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас та ул

Йәмле яҙ көнөндә ауылда

Башҡорт ҡыҙы Шәкирәне күреп,

Ғашиҡ була, килеп таныша.

Ә Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙы

Баймаҡ районынан, алыҫтан,

Ишбирҙе ауылының Дәүләткилдин

Миңһылыу һәм Миңнегәрәй ҡыҙы.

Сибай педагогия училищеһын тамамлап

Дүртөйлөгә эшкә килә

Яратҡан эшенә тотона башлап.

Йәштәр ҡауышып Ағиҙелгә килә

Һөйөнөскә тыуа Илнур- беренсеһе булып

Ейәндәрҙең ике яҡтан да-

Туғандарҙың ғорурлығы булып.

Ғаиләбеҙҙе биҙәп Ләйсән килде

Үҙе моңло, уңған, тырыш ҡыҙ.

Хәҙер инде матур ғаиләбеҙҙе-

Туғандарҙы, балаларҙы-

Бәхетебеҙҙе һаҡлап торабыҙ.

Алып барыусы: ҡунаҡтарға шәжәрә ағасын, ҡул эштәре , башҡорт халҡының аш-һыуҙары, ғаиләнең маҡтау грамоталары, уңыштарын сағылдырыусы күргәҙмә менән таныштыра.

     Күптән түгел генә ғаиләбеҙҙә шатлыҡлы ваҡиға булды. Улыбыҙ Илнур өйләнде. Киленебеҙ Ләйсәнде шатланып үҙ ғаиләбеҙгә ҡабул иттек. Бөгөн беҙ һеҙҙең иғтибарға башҡорт халҡының килен ҡаршылау, килен һөйөү йолаһын тәҡдим итәбеҙ.

Килен ҡаршы алыу.

Йыр “Килен төшкәндә”

Егет киленде күтәреп мендәргә баҫтыра. Ҡәйнә кеше балаларға икмәк ҡаптыра:

Мейестән сыҡҡан йылы икмәк,

Кәрәк һеҙгә ауыҙ итергә!

Ҡул көсөгөҙ менән эшләргә,-

Икмәк ашап яҙһын йәшәргә!

Ҡәйнә (ҡулына бал һәм май тотоп, киленгә ҡаптыра):

Телдәрегеҙ балалар,

Йомшаҡ булһын май кеүек,

Татлы булһын бал кеүек!

Килен (балды, майҙы ҡабып ҡарағандан һуң, ҡәйнәгә яулыҡ, ҡайныға түбәтәй кейҙерә)

Ҙурҙан түгел бүләгем,

Тик изгелер теләгем.

Яҙһын кейеп йөрөргә,

Ҙур шатлыҡтар күрергә.

Егет киленде ултырғысҡа етәкләп алып барып ултырта:

Ҡәйнә:

Килен килде, күрегеҙ,

Күрмәләрен бирегеҙ.

Килен битен асабыҙ,

Өлөшөн әйтеп инегеҙ.

Әйҙә матур киленсәк

Булма улай оялсаҡ,

Әсәңдә һин ҡолонсаҡ

Ҡәйнәңдә һин уйынсаҡ.(арҡаһына шәл яба)

Туған- тыумасалар инеп килендең арҡаһынан һөйөп теләк теләйҙәр, бүләк бирәләр.

Әйҙә, әйҙә төш әйҙә,

Аҡ тирмәләр эсенә.

Ала балаҫ түшәйбеҙ

Һинең баҫҡан эҙеңә

 

Өлкәндәргә ҡайҙа ла

Хөрмәт күрһәт киленсәк,

Кеселәргә ҡайҙа ла

Урнәк күрһәт киленсәк.

 

Эштәреңдә үрнәк бул,

Ыласындай зирәк бул,

Ирең өсөн терәк бул,

Яман эштән йыраҡ бул.

Теләктәр теләнеп бөтөүгә өйгә балалар йүгерешеп килеп инәләр:

Беҙ еңгәйҙе күрергә килдек, еңгәй бүләк бир әле.

Еңгә балаларға бүләктә р тапшыра һәм уларҙы оҙата.

Алып барыусы: Беҙ бөгөн һеҙҙе үҙебеҙҙең шәжәрәбеҙ, ғаиләбеҙ тарихы, башҡорт халҡының туй йолаларының килен төшөрөү күренеше менән таныштырып киттек. Үҙебеҙҙең нәҫел ағасыбыҙҙы, тамырҙарыбыҙҙы эҙләүҙе дауам итәйек, киләсәк быуынға аманат итеп тапшырайыҡ. Улар ҙа туғандарҙы хөрмәт итеп, тыуған илебеҙҙе яратып, һаҡлап йәшәһендәр.

 

 

 

 

Беҙҙең ғаилә
Klip pro nashu sem'yu)).240.mp4
MP4 Video/Audio File 7.3 MB